Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
30 Июль 2019, 11:37

Йылайыр районы: һандар һәм факттар

Йылайыр районы 1930 йылда барлыҡҡа килгән. Уның майҙаны – 577 399 кв. км (БР-ҙың 4% территорияһы). Райондың яртыһынан күп майҙанын урман, ә ҡалған ерҙәрен сәсеүлектәр тәшкил итә.

Йылайыр районы 1930 йылда барлыҡҡа килгән. Уның майҙаны – 577 399 кв. км (БР-ҙың 4% территорияһы). Райондың яртыһынан күп майҙанын урман, ә ҡалған ерҙәрен сәсеүлектәр тәшкил итә.
Район 13 ауыл биләмәһе, 54 ауылға бүленгән. Халыҡ һаны – 15 115 (башҡорттар – 56,3%, урыҫтар – 36,4%, татарҙар – 3,2%). Район үҙәге Йылайыр ауылында 5 585 кеше йәшәй, был райондың 7% тәшкил итә.
Райондың алдынғы предприятиелары иҫәбенә «Йыла-йыр урмансылығы», «Йылайыр» кооперативы, «Йылайырҙың урман сәнәғәте союзы» ЯСЙ-һы, Йылайыр юл төҙөү-ремонтлау идаралығы, «БЭК» һәм «Гранд» ЯСЙ-лары инә.
2019 йылдың 1 июленә ҡарата, беҙҙә 370 бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙар теркәлгән, шулар иҫәбендә 182 – шәхси, 120 крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, 68 бәләкәй предприятиелар.
“2019 йылға Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы муниципаль районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм булышлыҡ итеү” муниципаль районының маҡсатлы программаһы сиктәрендә, муниципаль районы бюджеты средстволары иҫәбенән сығымдар күләме 1300,0 мең һум тәшкил итте.
2011 йылдан 2018 йылға тиклем районда түбәндә килтерелгән социаль әһәмиәтле объекттар сафҡа индерелде. Улар – Йылайыр ауылында бассейн менән йыһазландырылған физкультура-сәләмәтләндереү комплексы, район үҙәгендә 340 урынлыҡ дөйөм белем биреү мәктәбе, “Алтын ҡулса” юл буйы сервис комплексы, «Мираж» кафеһы, Йылайыр ауылында 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы, «Bogema», «Токио» һәм «La Fresh» кафелары.
Райондың ауыл хужалығы тармағының иҡтисади хәл-торошона яһалған анализ уның үҫеш тенденциялары барлығын күрһәтә.
2018 йылда уңыш йыйыу һөҙөмтәһе буйынса 9690 гектарҙан 12519 тонна бойҙай йыйып алынған һәм бер гектарҙан алынған уңыш 12,9 центнер тәшкил иткән. Техник культуралар 1140 гектар майҙандан йыйып алынған, гектарҙан 5,4 центнер уңыш алынған, атап әйткәндә, дөйөм уңыш 620 тонна тәшкил итә.
2019 йылға сәсеүлектәр майҙаны структураһы буйынса, 11924 гектарҙа яҙғы сәсеү, 9700 гектар майҙанда (ярауай бойҙай – 5818 гектар, ярауай арпа – 2354 гектар, һоло – 825 гектар, борсаҡ – 650 гектар һәм ноҡот борсағы 53 гектар майҙанда) бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары, 1460 гектар майҙанда ( 900 гектар гәрсис һәм 460 гектар етен) техник культуралар, 376 гектарҙа бер йыллыҡ үләндәр, 15 гектарҙа картуф һәм йәшелсә, 4386 гектарҙа сабынлыҡтар. Быйыл 1104 гектар майҙанда элиталы орлоҡ сәселгән.
Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етеҙ темп менән үҫешә. Бында продукцияны арттырыу һәм әҙер продукцияны һатыу күләме артыуы күҙәтелә. 2019 йылдың аҙаҡҡы 7 ай һөҙөмтәһе буйынса, бөтә төр ауыл хужалығы продукцияһы 287434 млн. һумға етештерелгән. Был былтырғы йылға ҡарата 102 процент иҫәпләнә. Шуларҙың 632 мең һумы – ауыл хужалығы предприятиелары, 47839 мең һумы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары өлөшөнә тап килә, 238963 мең һумы шәхси хужалыҡтар иҫәбенән.
Ауыл хужалығы предприятиелары буйынса эш хаҡы түләү фонды 495,6 мең һум тәшкил итте. Дөйөм алғанда, бер айлыҡ эш хаҡы – 14500 һум. Эш хаҡын түләү буйынса бурыстар юҡ.
Йыл башынан алып райондың бөтә төр хужалыҡтарында 113380 центнер (102,0 %) һөт етештерелгән, шуның 83100 центнеры (102,0%) аҡсаға әйләндерелгән.
1108 центнер (102,6%) ит етештерелгән һәм үҫтерелгән. Шул иҫәптән КФХ-ларҙа – 1855 центнер. (102,2%), шәхси хужалыҡтарҙа – 9146 центнер (102,5%).
Һуғымға 4310 центнер, (104,2%) мал һатылған, шул иҫәптән КФХ-ларҙа – 878 центнер (105,0%), шәхси хужалыҡтарҙа – 3420 центнер. (104,0%).
Бөтә төр хужалыҡтарҙа бер баш һыйырҙан 2435 кг (105,2%) һөт һауып алынған, шул иҫәптән КФХ-ларҙа – 2607 кг (105,2%), шәхси хужалыҡтарҙа – 2417 кг (100,8%).
Аҙаҡҡы 5 йыл эсендә район буйынса 70 млн. Һумлыҡ 90-дан ашыу ауыл хужалығы техникаһы һатып алынған. 2019 йылда «Стратегия» ЯСЙ-һы ауыл хужалығы техникаһын яңыртты, Беларус-82.1 тракторы, дисклы культиватор алынды. «Алғошаев Й.С.» КФХ-һы быйыл Вектор 410 бойҙай һуға торған комбайн, К-701 тракторы, Т-150 сылбырлы трактор һатып алды. 2017 йылда 2 СК-5 «Нива-Эффект» комбайны, Камаз-53212 маркалы йөк автомобиле һәм ЖВЗ-7 маркалы иген урғыс алды.
Аҙаҡҡы йылдарҙа районда 7 комбайн яңыртылды. Һөҙөмтәлә, 2019 йылда бер комбайнға 480 гектар ер тура килә. Ауыл хужалығы техникаһын яңыртып тороуға ҡарамаҫтан, машина-трактор паркын яңы техника менән тулыландырып тороуҙы дауам итергә кәрәк.
Алдағы йылдарҙа Яманһаҙ ауылында иген таҙартыу ҡулайламаһын ҡулланыуға тапшырыу, Балапан ауылында урынлашҡан хужалыҡтың фермаһын модернизациялау, Йомағужа, Яманһаҙ һәм Япарһаҙ ауылдарындағы һөт фермаларына капиталь ремонт яһау эштәре районда ауыл хужалығын үҫтереү бурысы булып тора.
Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
Читайте нас: