Ауыл уттары
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
2 Август 2019, 11:41

Ер хужаларса ҡараш талап итә

Ошо көндәрҙә Йылайыр районы ерендә Урал аръяғы-дала зонаһы буйынса “Баҫыу көнө-2019” ауыл хужалығы культураларын урып-йыйыуҙы ойоштороуға арналған зональ семинар-кәңәшмә үтте. Йыл һайын уҙғарылып килгән был сара – кәрәкле семинар, тәжрибә менән уртаҡлашыу, яңы һөнәри белем алыу өсөн уңайлы майҙансыҡ. Былар барыһы ла ауыл хужалығы тармағы, ғөмүмән, республика өсөн яңы стимул һәм перспективалар бирә.

Ошо көндәрҙә Йылайыр районы ерендә Урал аръяғы-дала зонаһы буйынса “Баҫыу көнө-2019” ауыл хужалығы культураларын урып-йыйыуҙы ойоштороуға арналған зональ семинар-кәңәшмә үтте. Йыл һайын уҙғарылып килгән был сара – кәрәкле семинар, тәжрибә менән уртаҡлашыу, яңы һөнәри белем алыу өсөн уңайлы майҙансыҡ. Былар барыһы ла ауыл хужалығы тармағы, ғөмүмән, республика өсөн яңы стимул һәм перспективалар бирә.
“Баҫыу көнө-2019” зональ семинар-кәңәшмәһе Урал аръяғы агроинженерия колледжы ҡарамағындағы баҫыуҙа башланды. Сарала БР Ауыл хужалығы министрлығы һәм Республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай вәкилдәре, Урал аръяғы райондары хакимиәттәре башлыҡтары, уларҙың урынбаҫарҙары, ошо зонаға ҡараған райондар белгестәре, агропредприятиелар, хеҙмәтләндереү ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Семинар-кәңәшмә Республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе Әлфәрис Сәлихйән улы Байсуриндың һәм Йылайыр районы хакимиәте башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллиндың сәләмләүе менән асылды.
– Әлбиттә, беҙҙең Урал аръяғы зонаһы игенселәре еңел булмаған шарттарҙа эшләйҙәр, шуға ҡарамаҫтан улар йыл һайын һәйбәт һөҙөмтә алырға тырышалар. Быйыл да һауа торошо ҡыуандырманы, ләкин хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрә, технологиялар алға бара, ә Хөкүмәт төрлө субсидиялар, программалар менән ауыл хужалығына ҙур ярҙам күрһәтә.
Бөгөнгө көнгә килгәндә, һәр кем үҙенә кәрәкле мәғлүмәт, киләсәктә ҡулланырлыҡ файҙалы кәңәштәр алыр тип өмөтләнәм, – тине Илгиз Лирман улы, ҡунаҡтарҙы Йылайыр ерендә ҡаршылап.
Форсаттан файҙаланып, семинарға килеүселәрҙе сәләмләгәндән һуң, Ә. С. Байсурин сараны ойоштороуҙа ҙур өлөш индергән Урал аръяғы агроинженерия колледжында 2 курста белем алған 5-се төркөм студенттарын, белем йорто хеҙмәткәрҙәре М. Ҡ. Ҡоҙашевты һәм У. Х. Моталлаповты БР Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Семинар-кәңәшмәне асыу тантанаһы үткәндән һуң БР Ауыл хужалығы министры урынбаҫары И. И. Сураков ҡатнашыусыларҙы агропредприятиелар, улар тәҡдим иткән продукциялар һәм хеҙмәттәр менән танышырға саҡырҙы. Яланда Башҡортостандың, күрше өлкәләрҙең ауыл хужалығы тармағында эшләп килгән 30-ға яҡын предприятиелары үҙҙәренең күргәҙмәләрен ойошторҙолар. Ауыл хужалығы техникалары менән тәьмин итеүсе компаниялар (Башсельхозтехника”, “Европейская агротехника”,” “РМЗ Кузембетьево” һ.б), культураларҙы эшкәртеү препараттарын етештереүсе фирмалар ( “Avgust”, “АГРОХИМ-ГАРАНТ”, “Pesticidi.ru” һ.б) , үҫемлекселек, тупраҡ өлкәһендә хеҙмәт күрһәткән учереждениелар (“Россельхозцентр”, “Башплодородие”, ФГБУ САС “Ишимбайская” һ.б.) нисек улар менән бәйләнешкә инеп, хеҙмәттәшлек итергә, ниндәй күләмдә субсидиялар булыуы хаҡында ҡыҫҡаса таныштырҙылар, буклеттарын тараттылар, техникалары, прибор-аппараттарын күрһәтеп, улар хаҡында һөйләп киттеләр.
Урал аръяғы-дала зонаһы буйынса “Баҫыу көнө-2019” зональ семинар-кәңәшмәгә беҙҙең районда әҙерлек йыл башында уҡ башланған ине: яҙ көнө Урал аръяғы агроинженерия колледжы ерендә төрлө ауыл хужалығы культуралары сәселде. Был эште Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты ғалимдары башҡарҙы. Төп маҡсат – сәселгән төрлө сортлы культураларҙың (яҙғы бойҙай, борсоҡ, арпа, кукуруз, ҡарабойҙай, көнбағыш һ.б) урындағы климатта үҙҙәрен нисек күрһәтәсәктәрен ҡарарға. Шулай уҡ тәжрибә барышында ошо культураларға төрлө химик матдәләр һәм һыу һибеү ниндәй йоғонто яһауын күрһәтеү. Эксперименттың бөгөнгө көндәге хәле менән семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы Баш-ҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты директорының ғилми эш буйынса урынбаҫары, ауыл хужалығы фәндәре докторы Ә. Х. Шәкирйәнов таныштырҙы. Ниндәй сорт беҙҙең яҡ климатына тап килеүен үҫемлектәрҙең үҙҙәренән үк күрергә була ине: ҡайһылары һарғайып кибеп, бәләкәй генә булһа, икенселәре бик яҡшы үҫкән. Шулай ҙа, Әнүәр Хафиз улы, уңышты йыйып алма-йынса, ниндәйҙер һығымталар яһарға иртә, тип билдәләне.
Сараның һуңғы өлөшө экскурсия форматында үтте. Семинар-кәңәшмәгә килеүселәр Урал аръяғы агроинженерия колледжы һәм муниципалитетының территорияһындағы иң ҙурҙарҙан һаналған Морат Ғәлимйән улы Иҫәндәүләтовтың крәҫтиән (фермер) хужалығының сәсәүлек майҙандары менән таныштылар. Ҡатнашыусыларға ярауай бойҙай,гәрсис, арпа, һоло баҫыуҙарын ҡарау тәҡдим ителде. Район ҡунаҡтары ҙур ҡыҙыҡһыныу менән баҫыуҙар буйлап йөрөп сыҡтылар, һорауҙар бирҙеләр, тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар.
Урал аръяғы-дала зонаһы буйынса “Баҫыу көнө-2019” зональ семинар -кәңәшмәһенең кульминацияһы – күсмә көлтә-символды киләһе районға тапшырыу. Шулай итеп, ошондай уҡ баҫыу көнөн үткәреү хоҡуғы Йылайыр районынан Хәйбулла районына тапшырылды.
Аграр тармаҡта тир түккәндәр өсөн ошондай саралар иҫ киткес ҙур әһәмиәткә эйә. Ул аграрийҙарға предприятиелар менән танышып, файҙалы тәҡдимдәр алыу, тәжрибәләр майҙансыҡтарын ҡарап, үҙ төбәгәндә ниндәй культуралар үҫтереү менән шөғөлләнеү килемле икәнлеген күреү, ғалимдар менән күҙгә күҙ ҡарашып аралашыу мөмкинселектәре бирҙе. Быларҙың киләсәктә үҙ һөҙөмтәһен күрһәтеүендә шик юҡ.
З. Мусина.
В. Климов фотоһы.
Читайте нас: