Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
8 Август 2019, 18:12

Шәхси хужалыҡ – төп терәк

Һәр ауыл кешеләре менән матур. Уларҙың тырыш булыуы йорт-ҡураларынан да, баҡса аръяғында кәбән-кәбән, эҫкерт-эҫкерт бесән ултырыуынан да күренә...

Һәр ауыл кешеләре менән матур. Уларҙың тырыш булыуы йорт-ҡураларынан да, баҡса аръяғында кәбән-кәбән, эҫкерт-эҫкерт бесән ултырыуынан да күренә...
Ғүмер миҙгелеңә йылдар өҫтәлә барған һайын, ата-әсәйеңә, ауылдаштарыңа, ғөмүмән, ауыл кешеләренә ҡарашың да үҙгәрә икән ул: һин улар менән һоҡлана башлайһың. Ҡайһы бер йәштәр, хатта бәғзе бер өлкәндәр, эш юҡ, аҡса етмәй, эш хаҡы түбән, тип яҙмышҡа үпкәләгән ваҡытта, икенселәр шул уҡ ауылда ҡура тулы мал бағып,гөрләтеп донъя көтәләр, балалар үҫтерәләр, бар яҡлап етеш йәшәйҙәр. Һоҡланмай ҡара шундайҙар менән!
Шәхси ярҙамсы хужалыҡ – беҙҙең эшһеҙ ауылдарыбыҙҙа килем алырлыҡ берҙән-бер әмәл. Үҙ көстәренә генә таянып өйрәнгән ауыл кешеләре эшһеҙлеккә бирешеп тормай, ең һыҙғанып, үҙҙәренең хужалыҡтарында тир түгә. Күптәргә өлгө булырлыҡ миҫал – Сәләх ауылында йәшәүсе Иҫәнбаевтар ғаиләһе. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтары уларға 6 баланы тәрбиәләп үҫтереүҙә иң ныҡлы терәк.
Айбулат Иҫәнбаев – 10 ат, 5 баш эре мал, 30 баш һарыҡ һәм ҡош-ҡорт тотоусы ҙур йорт-ҡура хужаһы. Әлеге мәлдә булдыҡлы ғаилә башлығы алдында яуаплы эш тора – ҡышҡылыҡҡа, мал һанын һаҡлап ҡалырлыҡ, етәрлек кимәлдә бесән әҙерләү. Шуға Айбулат Фазылйән улын был көндәрҙә өй тирәһендә күреп булмай: ул иртә таңдан ҡара кискә тиклем ялан-ҡырҙарҙы иңләй.
– Эш күп инде ул, әммә был миңә һәм ғаиләмә ауыр түгел, – ти Айбулат Фазылйән улы. – Үҙ көсөбөҙгә генә ышанырға күнеккәнбеҙ. Эшләргә кәрәк, шунда барыһы ла килеп сығасаҡ, өҫтәлдә һәр ваҡыт һөт тә, ит тә, ҡаймаҡ-май ҙа буласаҡ.
Айбулат Фазылйән улына уның эшендә тик уңыштар теләге килә. Шундай ныҡлы шәхси ярҙамсы хужалыҡтар илебеҙҙәге ауыл хужалығы продукцияһын етештереүсе төп көстәр булһын ине, сөнки ауыл кешеләренең йәшәү кимәле һәм сифаты тап ошо тармаҡ үҫешеүенән тора.
З. Мусина.
В. Климов фотоһы.
Читайте нас: