Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
9 Август 2019, 18:53

Ҡыҙыу ураҡ өҫтө

“Иҫәндәүләтов М.Ғ” крәҫтиән (фермер) хужалығы районда иң ҙур ауыл хужалығы предприятиеларының береһе. Территорияһы буйынса ла: КФХ-ның ер майҙаны 3700 гектар тәшкил итә. Агротехник сараларҙы ваҡытында башҡарыу, заманса алымдар ҡулланыу, көслө матди база уңышҡа өлгәшергә булышлыҡ итә.

“Иҫәндәүләтов М.Ғ” крәҫтиән (фермер) хужалығы районда иң ҙур ауыл хужалығы предприятиеларының береһе. Территорияһы буйынса ла: КФХ-ның ер майҙаны 3700 гектар тәшкил итә. Агротехник сараларҙы ваҡытында башҡарыу, заманса алымдар ҡулланыу, көслө матди база уңышҡа өлгәшергә булышлыҡ итә.
Быйыл, уҙған йылдар менән сағыштырмаса, бойҙай, арпа, һоло һәм башҡа иген культуралары ер хужаларын үҙенең муллығы менән ҡыуандырмай. Аталы-уллы Иҫәндәүләтовтар районда беренселәрҙән булып ураҡҡа төшкән. Тәүҙә уларға 250 гектар ерҙә сәселгән борсаҡ культураһын йыйып алырға кәрәк.
Баҫыуға төшкәндең тәүге көнөндә эште ойоштороу планы ҡоролған. Морат Ғәлимйән улы, башлыса, бойҙай культураларын урыуҙы ойоштороу, йыйып алынған уңышты һаҡлау бинаһын әҙерләү, ҡарау эше менән булһа, улы Ғәзиз – баҫыуҙа урып-йыйыу өсөн яуаплы. Кәңәшле эш – тарҡалмаҫ, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. “Иҫәндәүләтов М.Ғ” крәҫтиән (фермер) хужалығында эш көйлө бара.
– Уңыш быйыл мул булмаһа ла, бар. Был, башлыса, яҙғы сәсеү кампанияһы уңышлы үтеүенә лә бәйле, – ти тәжрибәле фермер Морат Ғәлимйән улы.
Ваҡытһыҙ башланған ямғырҙар эште боҙмаһа, хужалыҡта урып-йыйыу кампанияһы алдан ҡаралған срокка тамамланырға те-
йеш. Баҫыуҙарҙа дүрт комбайн эшләй һәм уларҙың тауышы ҡара төнгә тиклем тынмай. Игенселәрҙең төп бурысы – сәселгәнде юғалтыуһыҙ йыйып алыу һәм киләһе йылға яҡшы орлоҡ һалып ҡалдырыу.
“Иҫәндәүләтов М.Ғ” крәҫтиән (фермер) хужалығы баҫыуында үҙ эшен белгән, тәжрибәле комбайнерҙар эшләй. Шуларҙың береһе – Йомағол Йәнсурин. Әйткәндәй, ул күп тапҡырҙар район буйынса иген урыу чемпионы исемен алған игенсе. Шулай уҡ уңған комбайнерҙар Наил Шәрипов, Зәйнулла Йәнсурин һәм Данис Мәғзүмовтар ҙа бар көсөн һалып, намыҫ менән эшләй. Һуғылған уңышты ырҙын табағына тәжрибәле водителдәр, хеҙмәт ветераны Рәфит Шәкиров менән Ғәлләм Амакасов ташый.
Һүрәттә: Комбайнер Данис Мәғзүмов, машина йөрөтөүсе Ғәлләм Амакасов.
Г.Таһирова.
В.Климов фотолары.
Читайте нас: