Ауыл уттары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
24 Октябрь 2019, 12:55
Ҡарабойҙайға хаҡ артҡан
Башҡортостанда тәьмин итеүселәр ҡарабойҙай ярмаһына хаҡты күтәргән. Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы рәйесе Фәрит Ғиндуллин белдереүенсә, хаҡтар сентябрҙә үк үҙгәрә башлаған. Бөгөн яҡынса 15% артыу теркәлә, тип хәбәр итә РБК-Өфө.
Сентябрҙә сауҙа предприятиелары ҡарабойҙайҙың бер килограмын 35 һумдан алһа, хәҙер инде был сумма 46 һумға барып баҫҡан.
Шулай ҙа, ҡиммәтләнеүгә бәйле, республиканың сауҙа селтәрҙәрендә ҡарабойҙай ярмаһы тирәләй шау-шыу юҡ. Әлегә хаҡты арттырыуҙың сәбәбе тураһында хәбәр ителмәй.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?