Ауыл уттары
+5 °С
Ясно
Ауыл хужалығы
19 Ноября 2019, 05:55
Өфөлә “Беҙҙең бренд” аҙыҡ-түлек фестивале үтә
Өфөлә 2019 йылдың 20 ноябренән 23 ноябренә тиклем “Беҙҙең бренд” аҙыҡ-түлек фестивале үтәсәк. Сараны сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Дәүләт комитеты ярҙамында республика хөкүмәте, БР ауыл хужалығы министрлығы ойоштора.
Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә 2019 йылдың 20 ноябренән 23 ноябренә тиклем “Беҙҙең бренд” аҙыҡ-түлек фестивале үтәсәк. Сараны сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Дәүләт комитеты ярҙамында республика хөкүмәте, БР ауыл хужалығы министрлығы ойоштора.
Башҡортостан Рәсәйҙең мөһим етештереүсе төбәктәренең береһе: уның территорияһында 6 меңдән ашыу крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, 800-ҙән артыҡ аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте, 26 меңдән ашыу сауҙа предприятиеһы бар. Шунлыҡтан был фестиваль республикабыҙҙың артабанғы үҫешенә ҙур этәргес һәм ярҙам булып тора.
“Беҙҙең бренд” аҙыҡ-түлек фестиваленең программаһын пленар ултырыш, төрлө темаларға түңәрәк өҫтәлдәр (“Һөт етештереү”, “Сыр етештереү” һ.б), уҡытыу семинары, сессиялар, конференциялар һәм конкурстар индерелгән.
Сараны ойоштороусылар Рәсәйҙең 15 төбәгенән 90-ға яҡын компанияны, 15 меңгә яҡын ҡарарға килеүсене ҡаршы алырға әҙерләнә.
Фото prodexpoufa.ru сайтынан алынды.
Читайте нас
вк
ок
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"