Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
14 Февраль 2020, 18:22

Льготалы “ауыл” ипотекаһы программаһы февраль аҙағында эшләй башлаясаҡ

Башҡортостанда ауыл ерендә йәшәүселәргә торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә 0,1 процент менән льготалы ипотека биреү февраль аҙағында башланасаҡ. Был турала Өфөлә үткән “Ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү һәм хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларын үҫтереү” тип аталған Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһендә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итте.

“Льготалы ипотека программаһы тураһында иғлан итеүебеҙ булды, заявкалар килә лә башланы. Беҙҙең территорияла был программала 16 банк ҡатнашасаҡ, иң тәүҙә, әлбиттә, Рәсәй ауыл хужалығы банкы. Әгәр төп ставканы федераль бюджет ҡаплай икән, ҡалғанын 0,1 процентҡа тиклем республика ябасаҡ”, - тип аңлатты министр.
Илшат Фәзрахмановтың һүҙҙәренсә, субсидиялау механизмы кредит алыусының сығымдарын ҡаплау принцибы буйынса эшләйәсәк. Ә 0,1 процент ставкаһы буйынса кредитты быйыл февраль аҙағынан ала башларға була.
Читайте нас: