Әгәр бала тәрбиәләү (үрсетеү) ҡорттарҙы баҙҙан сығарыу алдынан башланһа, яҡшы һөҙөмтә бирә, был умарталарҙа күс яҡшыраҡ үрсей. Ҡорттар ҡышлаған урынды һыуытырға ла, артыҡ йылытырға ла ярамай, сөнки һауа температураһының ҡырҡа үҙгәреүе уларҙың ҡышлау шарттарын боҙа.
Ҡорттарҙы сығарыр алдынан умарталыҡты әҙерләргә кәрәк. Ҡар тиҙерәк иреп бөтһөн өсөн умарталыҡҡа көл йәки тупраҡ һибәләр, ҡарҙан таҙарталар, һуҡмаҡ һалалар. Һауа шарттары, ҡорттарҙың торошо һәм үҙҙәрен нисек тотоуы сығарыу көнөн дөрөҫ билдәләргә мөмкинлек бирә. Әгәр күстәр яҡшы ҡышлаһа, уларҙы сығарырға ашығырға ярамай. Яҡшы ҡышлаған осраҡта умарталарҙы сығарыу һауа температураһы 12 градусҡа күтәрелгәс, йылғаларҙа боҙ китеү, үгәй инә үләненең, умырзаяның сәскә атыуы, тәүге күбәләктәрҙең уяныуы менән тап килә.
Ҡояшлы тыныс көндө тура килтереп, умарталарҙы иртә таңдан сығаралар, был эште сәғәт 9–ға тамамлайҙар. Күстәрҙе кистән төнгә ҡаршы, йәғни ҡояш байыр алдынан сығарыу ыңғай һөҙөмтә бирә. Төндә ҡорттар тыныслана, ә иртәгәһенә тыныс ҡына беренсе осош яһай.
“Башҡортостан календары”нан.