Ауыл уттары
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
8 Апрель 2020, 11:00

Үрсетмәләрегеҙ көслө һәм сәләмәт булһын!

“БашИнком” ғилми-ҡулланыуға индереү предприятиеһы 1991 йылда асыла. Өс тиҫтәгә яҡын йыл эсендә ул кескәй генә етештереү үҙәгенән Рәсәйҙең төп биотехнология предприятиеларының береһенә әүерелә.

“БашИнком” заманса ер эшкәртеү тармағында инновациялы эшмәкәрлек алып бара. Ул юғары һөҙөмтәле микробиологик препараттар, биологик әүҙем ашламалар етештерә, шулай уҡ баҫыусылыҡта уларҙы ҡулланыу технологияларын әҙерләй.
Предприятие Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә киң билдәлелек яуланы. Бөгөн уға алты завод, биш лаборатория һәм логистика үҙәге инә. Ул йылына 20 мең тоннанан ашыу биотехнологик продукция етештерә. Был тауар әлеге заманда йәмғеһе биш миллиондан ашыу гектар ерҙе эшкәрткәндә тотонола.
“БашИнком” ғилми-ҡулланыуға инде¬реү предприятиеһы коллективы, ғилми-тикшеренеү институттары һәм аграр университеттар менән берлектә, ауыл ху¬жалығы культураларын игеүҙә фай¬ҙаланыла торған биологик технологиялар әҙерләй. Уның продукцияһы ҡулай булмаған шарттарҙа үҫемлектәр¬ҙең сыҙамлылығын арттыра һәм уңышын, уңышының сифатын күтәрә. Биологик технологияларҙың һөҙөмтәлелеге етеш-терелгән көслө биопрепараттарҙы һәм биологик әүҙем ашламаларҙы дөрөҫ ҡулланыу аша тәьмин ителә. Улар үҫемлектәрҙе тейешенсә туҡландыра, иммунитетын, төрлө шарттарға сыҙам¬лылығын күтәрә, генетик ҡеүәтен тулы¬һынса аса. “БашИнком” продукцияһын ҡулланыуға нигеҙләнгән биологик технологиялар ауыл хужалығы етештереү¬селәренә ҙур өҫтөнлөктәр бирә. Үҫемлектәрҙең һауа торошона бәйлелеге түбәнәйә, химик пестицидтарҙың үҫем¬лектәргә һәм тупраҡҡа кире йоғонтоһо кәмей.
Заманса яңы ҡорамалдар, автомат¬лаштырылған идара итеү системалары, юғары квалификациялы белгестәр, эш¬ләп сығарылған инновациялы тауарҙар компанияның Рәсәй һәм сит илдәр аграрийҙары араһында абруйын күтәрә. Бөгөн ул 63 төрлө биопрепарат һәм биоашлама етештерә. Мәҫәлән, юғары фунгицид һәм бактерицид үҙенсәлектәргә эйә булған һәм L-аминокислоталар менән туйындырылған “Фитоспорин М, Ж (АС)” биофунгициды етештерелә. Тупраҡтың туҡлыҡлылығын күтәреү өсөн “БиоАзФК” комплекслы микробиологик препараты тәҡдим ителә. Тупраҡты һауыҡтырыу һәм үҫемлек ҡалдыҡтарын тиҙерәк серетеү өсөн “Стерня 12” инновациялы биопрепараты ҡулланыла. Ауыл хужа¬лығы етештереүселәре ҡуҙаҡлы куль¬тураларға тәғәйенләнгән “Ризобаш” инокулянттарын теләп файҙалана. Яңы препараттарҙан “Хозяин Плодородия” тигән күп компонентлы биологик әүҙем органик гумин ашламаһы биотаны яҡшыртыуға, тупраҡты туҡлыҡлы элементтар менән байытыуға тәғәйенләнә.
Йәшелсә үрсетмәләре сәсеү осоро башланырға тора. Күптәр үрсетмә өсөн кәрәк-яраҡ, орлоҡ, ашлама алырға махсус магазиндарға, баҙарға юллана. Ҡайһы берәүҙәр баҡсасылыҡ мәшәҡәттәрен ашыҡ-бошоҡ хәл итә: орлоҡ сәсеү мөҙҙәтен күҙәтмәй, өҫтәмә яҡтыртыуҙы хәстәрләргә онота, сифатһыҙ орлоҡ йә тейешенсә әҙерләнмәгән тупраҡ һатып ала.
Үрсетмә сәскәндә орлоҡто әҙерләү ҙур иғтибар талап итә. Үҫентеләрҙең дәррәү шытып сығыуын тәьмин итеү, ауырыуҙарҙан һаҡлау өсөн орлоҡто “Гуми” һәм “Фитоспорин”ға һалып ебетеү зарур. Әгәр ҙә ебетмәйенсә сәсергә тура килһә, сәскәс, ошо препараттарҙан эшләнгән иретмәне һибеп ҡуйырға кәрәк. “Гуми” урынына “Борогум” йә “КорнеСил” ҡулланырға мөмкин. Миҡдары шул уҡ: бер стакан һыуға – ике тамсы препарат. Уларҙың составында ла “Гуми” бар, тамырҙарҙы көсәйтә торған ҡушылмалар ҙа өҫтәлгән. Тамыр көслө булһа, үрсетмә лә ҡеүәтле була, күсереп ултыртылған урынға тиҙ ерегеп китә һәм киләсәктә мул уңыш бирә.
Орлоҡто ебетә торған иретмәгә комплекслы шыйыҡ ашламалар ҙа ҡушыу файҙалы, улар орлоҡтарҙың тышлығына һеңеп, үрсетмәгә көс-ҡеүәт бирә. Был маҡсатта “Богатый Дом”, “Богатый Овощи”, “Богатый-Микро Комплексный” препараттары бара (бер стакан һыуға – биш тамсы). Шикле орлоҡтарҙы биопрепараттар менән эшкәртер алдынан 10 минутҡа бер процентлы марганцовка иретмәһенә һалып торорға ла һыуҙа сайҡатырға кәрәк. Марганцовка ирет¬мәһен әҙерләү өсөн бер грамм марганцовканы ярты стакан һыуҙа иретәләр.
Әҙер орлоҡто артабан сифатлы тупраҡҡа сәсеү мөһим. Ул туҡлыҡлы, дым тоторлоҡ, кәүшәк һәм файҙалы микроорганизмдарға бай булырға тейеш. “33 Богатыря”, “Кормилица Микориза” тигән микробиологик препараттар менән теләгән бер тупраҡты байытырға мөмкин. Тупраҡҡа күскән 40-тан ашыу төр микробаһадир үрсетмәгә туҡланырға ярҙам итә, ауырыуҙарҙан һаҡлай һәм тамырҙар тирәләй файҙалы матдәләр хасил итә.
Рәмил ҒИЛМАНОВ, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты
Читайте нас: