Башҡортостан Рәсәйҙә йылҡы үрсетеү буйынса – икенсе урында, øóëàé óҡ ҡымыҙ етештереү йәһәтенән дә алдынғылыҡты бирмәй. Республикабыҙҙың төрлө төбәгендә 112 мең баштан ашыу йылҡы малы тотола, йыл әйләнәһенә өс мең тоннанан күберәк ҡымыҙ етештерелә.
Ðеспублика етәкселеге тармаҡҡа ҙур ярҙам күрһәтә. Былтыр “Башҡортостан Республикаһында йылҡысылыҡты үҫтереү” программаһына ярашлы, 27,2 миллион һум дәүләт ярҙамы бүленгән. Тармаҡта яңы эш башлағандарға “Агростартап” һәм “Эш башлаусы фермер” дәүләт программалары буйынса грант бүлеү ҡаралған.
Йәрмәкәй районында тыуып үҫкән Марат Абдуловтың Йылайыр төбәген үҙ итеүенә байтаҡ ғүмер үткән. Районда тәүгеләрҙән булып йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса эш башлаған фермер – хәҙер республикала киң танылған эшҡыуарҙарҙың береһе. Бөгөн уның ҡымыҙ фермаһында көнөнә 200 литрға яҡын баһадирҙар эсемлеге етештерелә. Áыл – Башҡортостан буйынса иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе.
2016 йылда Марат Хөрмәт улы йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса 6 миллион һумлыҡ дәүләт гранты алыуға өлгәшә. Быға ул бар уңайлыҡтары булған ферма төҙөй, эшселәр өсөн йәшәү урындары булдыра, башҡорт тоҡомло 58 баш ат һатып ала.
Райондың сигендә урынлашҡан Үрге Казарма ауылы янындағы 1000 гектар майҙанды тәүҙә ҡуртымға ала, аҙаҡ үҙенеке итеп документтар юллай. Тәбиғәттең матур ҡосағында тиҙ арала ҡымыҙ фермаһы төҙөп тә ҡуя. Иң мөһиме – 100 метр алыҫлыҡта ғына Магнитогорск – Ира автомобиль юлы үтә. Äөрөҫөрәге, 239-ñû километрында Ҡымыҙ фермаһы янына минут һайын тигәндәй клиенттар туҡтап, танһыҡтарын ҡандырырлыҡ шифалы эсемлекте һатып алыу мөмкинлеге булдырыла, шуға күрә фермерҙың ҡымыҙҙы ҡайҙа ҡуяйым, нисек һатайым тигән проблемаһы юҡ. “Хатта көндәлек етештерелгән ҡымыҙҙы һораусыларға өлгөртөп тә булмай”, – ти ул.
– Нисәмә йыл дауамында үҙебеҙҙең клиенттарыбыҙ барлыҡҡа килде. Беҙҙең ҡымыҙҙы бер тапҡыр ауыҙ иткән кеше йәнә мотлаҡ рәүештә туҡтап, òàғû һàòûï ала. Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Ырымбур, Һàìàð һәм Свердловск өлкәләренән һатып алыусыларыбыҙ бар. 130 баш éûëҡû ìàëû иҫәпләнә, шуның 90-ы – һауын бейәләрå. Ҡолондарҙы бәләкәйҙән ҡарап, тәрбиәләп, уларҙы артабан һауырға әҙерләйбеҙ, тайҙарын һатабыҙ. Киләсәктә йылҡы малын тағы ла арттырырға иҫәп бар, көнөнә 120 бейәне һауырға еткерһәк, ҡымыҙға ихтыяжды кәметә аласаҡбыҙ, – ти Марат Абдулов.
Тәжрибәле эшҡыуарҙың фермаһында бейәләрҙе һауыу тулыһынса автомат¬лаштырылған, хатта улар үҙҙәре лә өйрәнеп бөткән, тиҙ генә махсус урынға инеп, һауын аппаратын ҡуйҙыртырға әҙерләнеп тора. Бейәләр көнөнә биш тапҡыр һауыла, ҡымыҙ махсус имән көбөлә бешелә. Áåéә һауыусы һәм ҡûìûҙ бешеүсе Әлиә Үтәева оҙаҡ йылдар эшләй, уның үҙенә генә хас ҡымыҙ әҙерләү серҙәре лә бар.
Төбәктәге йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән башҡа эшҡыуарҙарҙан айырмалы рәүештә, Марат Абдуловтың аттары ҡышын тибенлектә йөрөмәй, øуға күрә уларға етәрлек күләмдә мал аҙығы әҙерләү бурысы тора. Әле хужалыҡта бесән сабыу йылдам бара, көн һайын ташылып-өйөлгән, береһенең өҫтөнә икенсеһе тигеҙ итеп һалынған йәшел бесән төргәктәрен ҡарап, êүңåë øàòëàíà. Әйтерһең, улар үҙҙәренә күрә ниндәйҙер мөғжизәне хәтерләткәндәй...
Булдыҡлы кешенең эше лә һәр саҡ ыңғай бара, пландары ла күп була. Был йәһәттән беҙҙең геройыбыҙ ҙа тап шундай. Күптән түгел ҡымыҙ фермаһына “Йоматау” шифаханаһынан вәкилдәр килеп, ял итеүселәр өсөн Марат Абдулов әҙерләгән бейә һөтөн һатып алырға тәҡдим иткән. Әле был тәңгәлдә эш башланған, шуға күрә эшҡыуар алдында һауын бейәләрå һанын һәм көндәлек һауымды арттырыу бурысы тора.
Ҡасандыр Башҡортостанға ҡымыҙ менән дауаланыу өсөн билдәле рус яҙыусылары Аксаков менән Чехов òà килгән. Áында Йылайыр ҡымыҙыí ýñåï, тәндәренә һәм йәндәренә сихәт алыу өсөн теләүселәргә óңàéëû шарттар тыуҙырыла. Ферма ҡымыҙы янында ҡунаҡ йорттары һалына, уларҙы яҡын арала сафҡа индереү планлаштырыла. Бигерәк тә тын алыу сирҙәреíәí, ìәҫәëәí, бронхит, астманан яфаланыусыларға яңы һауылған бейә һөтө эсеү бик файҙалы, ә уны һатыуҙа табып булмай. Тап шундай кешеләрҙең ìәíôәғәòåíәí сығып төҙөлә был йорттар.
Марат Абдуловтың уң ҡулдары – улдары Фәрит менән Рәмил һәр саҡ атаéҙарына ярҙам итә, бар яҡлап булыша. Ә бына Азат ейәнен “киләсәктә минең эшемде дауам итерлек лайыҡлы вариҫ” тип ҙур ғорурлыҡ менән телгә ала Марат Хөрмәт улы.
Аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуарҙың да проблемалары юҡ түгел. Эшселәрҙең åòåøìәүå ныҡ борсой уны, эшләргә теләүселәр þҡ. Êилһәләр ҙә, бер òàïҡûð эш хаҡы алғансы йөрөй ҙә юҡҡа сыға. Икенсенән, яғыулыҡ-майлау материалына хаҡтың саманан тыш юғары булыуы ла бәкәлгә һуға. Күрше Татарстанда эшҡыуарҙар өсөн солярканың хаҡы 35 һум тора, ә беҙҙә – 47-50 һум, уныһы ла көн һайын түгел, ҡайһы ваҡытта сәғәтләп арта, тип борсола Йылайыр эшҡыуары.
Ҡымыҙ фермаһында îҙàҡ булырға тура килмәне, әммә ҡûҫҡà ғûíà ваҡытта ҡымыҙ һатып алырға теләүселәрҙең иҫәбе-һаны күренмәне. Салауат ҡалаһынан килгән Әлфиә ханым әйтеүенсә, һәр саҡ Марат Абдулов етештергән ҡымыҙҙы һатып ала, тәме лә, ñèôàòû ëà оҡшай, ти. “Үҙем Салауат ҡалаһында йәшәйем, тыуған яҡтарға юл төшкән һайын, үҙебеҙҙең яҡта етештерелгән ҡымыҙҙы күпләп һатып алырға тырышам. Òаныштар ҙа заказ биреп ебәрә”.
Әйткәндәй, республикала ғына түгел, òîòîø Рәсәйҙә Марат Абдуловтың ғына ҡымыҙ фермаһында бейәләр ҡышын да һауыла. Был турала һорауыма фермер, мут йылмайып: “Һыйырҙарҙы ҡыш һауабыҙ бит, ә ниңә бейәләрҙе һаумаҫҡа?” – тип яуапланы. Был хаҡта ҡар яуып, һыуыҡтар төшкәс, ҡыш һауылған ҡымыҙ хаҡында айырым һөйләрбеҙ әле. Һәр хәлдә, әңгәмәсем менән шулай килештек.
Автор: Кәримә УСМАНОВА