Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
30 Ноябрь 2020, 01:00

“Рәсәй тәме”конкурсында башҡорт балы икенсе урында килә

Милли гастрономия конкурсында ҡатнашҡан 500-ҙән ашыу төбәк брендының 24-е – бал. Башҡортостан умартасылыҡ үҫешкән төбәк булараҡ өс бренд тәҡдим итте.

Улар: “Башҡорт балы”, “Иглин балы” һәм “Бөрйәндең солоҡ балы”. Балдар араһындағы ярышта “Башҡорт балы”, бөгөнгә 5мең 730 тауыш йыйып, “Татар балы”нан ҡалышып, икенсе урында килә. Бөрйән һәм Иглиндең татлы ризығы 16-сы һәм 17-се баҫҡыста. Әле төбәк брендтары өсөн тауыш биреү дауам итә. Бының өсөн russiantastes.ru сайтына инергә кәрәк.
Читайте нас: