Ауыл уттары
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
1 Декабрь 2020, 12:55

Ветеринарҙар эшһеҙ ултырмай

Ветеринария хеҙмәткәрҙәренең эше йыл әйләнәһенә күп була. Бигерәк тә планлы профилактик саралар үткәрелгән яҙғы-көҙгө осорҙа эш арта уларға.

Һабыр ветеринария участкаһы хеҙмәткәрҙәре лә бөгөн малдарҙы көҙгө эшкәртеү менән мәшғүл. Бында дүрт кеше эшләй: участка мөдире Я.В.Ҡыҙрасов, ветеринария фельдшеры А.С.Туҡтамышев, ветсанитарҙар Ф.Ф.Әжебаев һәм Р.В.Солтанов. Участка Һабыр һәм Ҡәнзәфәр ауыл биләмәләренә ҡараған 7 ауылдың шәхси һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын хеҙмәтләндерә. Эш күп: ветеринарҙарға был осорҙа һыйыр малына, аттарға, һарыҡтарға, эттәргә һәм бесәйҙәргә ҡотороуға ҡаршы прививкалар яһарға, һыйыр малын гиподерматозға (уҡра) ҡаршы эшкәртергә, лабораторияла лейкоз һәм бруцеллезға тикшереү өсөн ҡан алырға, эттәргә һәм бесәйҙәргә дегельминтизация үткәрергә, “REGAGRO” системаһында (хайуандарҙы теркәү, иҫәпкә алыу һәм идентификациялауҙың автоматлаштырылған милли системаһы) теркәү өсөн малдарҙы биркаларға кәрәк.Тәжрибәле ветеринарҙар был эштәрҙең бөтәһен дә йылдың-йылы уңышлы үтәп килә.Автор Н.МОХОВ.Һүрәттә (һулдан уңға): Р.В.Солтанов, А.С.Тутамышев, Я.В.Ҡыҙрасов, Ф.Ф.Әжебаев.Б.Солтанов фотоһы.
Читайте нас: