Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
4 Ғинуар 2021, 14:33

Йылайырҙың ҡымыҙ фермаһы

Киләсәктә йылҡы малын тағы ла арттырырға иҫәп бар

Йылайырҙың Марат Абдулов ҡымыҙ фермаһында көнөнә 200 литрға яҡын баһадирҙар эсемлеге етештерелде. Был – Башҡортостан буйынса иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе. 2016 йылда Марат Хөрмәт улы йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса алты миллион һумлыҡ дәүләт гранты алыуға өлгәшә. Уға бар уңайлыҡтары булған ферма төҙөй, эшселәр өсөн торлаҡ булдыра, 58 баш башҡорт тоҡомло йылҡы малы һатып ала. – Нисәмә йыл дауамында үҙебеҙҙең клиенттарыбыҙ барлыҡҡа килде. Беҙҙең ҡымыҙҙы бер тапҡыр ауыҙ итһәләр, икенсегә мотлаҡ рәүештә тағы туҡтап алалар. Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Ырымбур, Һамар һәм Свердловск өлкәләренән һатып алыусыларыбыҙ бар. 130 баш ат иҫәпләнә, шуның 90-ы – һауын бейәләре. Ҡолондарҙы бәләкәйҙән ҡарап, тәрбиәләп, уларҙы артабан һауырға әҙерләйбеҙ, тайҙарын һатабыҙ. Киләсәктә йылҡы малын тағы ла арттырырға иҫәп бар, һауын бейәләрҙе 120 башҡа еткерһәк, ҡымыҙға булған ихтыяжды кәметә аласаҡбыҙ, – ти Марат Абдулов.
Читайте нас: