Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
14 Ғинуар 2021, 19:28

Ниәт иткән – моратына еткән

Йәш фермерҙың пландары бик ҙур

Хәҙерге заманда ауыл ерендә йәшәргә ҡалып, фермер хужалығы менән шөғөлләнергә теләгән йәштәрҙе осратыу бик һирәк күренеш. Әллә ауыл тормошо оҡшамағанғамы, әллә ауырлыҡтарҙан йыраҡ булырға теләпме икән, йәштәр ситкә китеп тормош көйләүҙе һайлай. Ә бына Матрай урта мәктәбен тамамлап, Стәрлетамаҡ педагогия академияһында уҡып сыҡҡан Вәзир Шахморатов кеүек ир-егеттәр ауыл тормошон үҙ итеп, тыуған еренә ерегеп йәшәй. Ҡулына диплом алып ҡайтҡас, хеҙмәт юлын Йылайыр ауылындағы башҡорт гимназияһында математика уҡытыусыһы булып башлай. Ошонан армияға алына һәм хәрби бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң алты йыл Матрай урта мәктәбендә балалар уҡыта.
Мәктәптә эшләп йөрөгәнендә үк Вәзир яйлап-яйлап үҙенең малсылыҡ хужалығын булдырыуға ирешә һәм 2020 йылда башкөллө фермерлыҡ менән шөғөлләнергә ҡарар итә. Йәш фермер был эшенең еңел булмаҫын, эшеңде яратып, күңел биреп, ваҡытыңды ла, көсөңдө лә йәлләмәй эшләгәндә генә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин икәнлеген яҡшы аңлай. Хәйер, ауыл хеҙмәте менән бала саҡтан таныш кешегә был асыш түгел, әлбиттә.
Йәш фермерҙың пландары бик ҙур. Әле ул Сәлим ауылында үҙ ҡулдары менән мал-тыуар өсөн ферма төҙөп, ер менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеп, хужалығына 300 га ер алып, 21 баш һыйыр малы, МТЗ-80, Т-25 тракторҙары һәм бесән эшләү өсөн инвеннтарь һатып алған. Пландарын тормошҡа ашырыуҙа хуплап тороусы ярҙамсылары – әсәһе Әлизә, һеңлеләре Гөлнәзирә, Ләйсән һәм тормош иптәше Айгөл бар. Шахморатовтар киләсәктә хужалыҡтарын ишәйтеп, ит-һөт етештереү менән эшләргә ниәтләй. Яңы эш башлап торған фермер булараҡ, әле Вәзир «Агростартап» тигән программала ҡатнашыу өсөн документтар йыя. Сөнки, үҙ эшеңде үҙ аҡсаңа башлап, күтәрелеп китеүе, әлбиттә, бик ауыр. Шуға ла ошондай тырыш йәштәргә дәүләт ярҙамы күрһәтелеүе бик яҡшы. Вәзиргә был программала уңышлы ҡатнашып, хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Читайте нас: