Ауыл уттары
+9 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
28 Ғинуар 2021, 18:35

Эшләгән кешегә эш ҡарышмай шул!

Йылайыр баҙарында йыш ғына күрергә була был ҡатынды. Эльмира Алғошаева унда ҡорот, эремсек, ҡыҙыл эремсек, май, ҡаймаҡ һәм башҡаларын һата.

Төшкән бер ағын эшкәртеп торған эшлекле ҡатын Ишбулды ауылы килене. Һөйлешеп, танышып киткәс, уның биш баш һыйыр малы тотоуы хаҡында белдек. Һауып алынған һөттөң бер тамсыһын да әрәм итмәй эшкәртә, ғаиләнән артып ҡалғанын баҙарға алып сығып һата ул.
– Йәштән шулай өйрәнелгән, күнегелгән. Әле әсәйҙәребеҙҙең һыйыр ағын эш итеп, аш итеп йәшәгәнен күреп үҫтек. Шуға ла, мал тотоуын тотҡас, мотлаҡ уның файҙаһын күрергә тигән принцип менән йәшәйем, – ти Эльмира.
Үрҙә әйтеп киткәнебеҙсә, Эльмира Ишбулды ауылы килене. Тормош иптәше Зөфәр бынан 9 йыл элек баҡыйлыҡҡа күскән. Матур, татыу ғаиләлә өс малай тыуған.
– Балаларым, Аллаға шөкөр, эш булып бөтөп бара. Өлкән улым Динар тиҙҙән дүртенсегә атай буласаҡ, ғаиләһе менән Аҡъярҙа йәшәй. Икенсе улым Дим уҙған йыл өйләнде, бер балалары бар. Ә бәләкәс улым Йылайырҙағы Ш.Бабич исемендәге гимназияның 6 класында белем ала, – тип һөйләй бәхетле әсә.
Мал күп булғас, эш тә күп бит инде! Әммә Алғошаевтар бер бөтөн булып эшләргә, йәшәргә күнеккән. Ҡыҙыу бесән мәлендә әсәһенә ярҙамға ашыға малайҙар. Бергәләшеп эшләүҙәргә ни етһен?! Мәлендә эшләп, мал ҡышлатырлыҡ бесәнде ҡураға алып килеп тә ҡуя улар.
Эльмираның һауын биш һыйырынан башҡа,йылҡы малдары ла ишле генә. Ауыл булғас, ваҡ малһыҙ ҙа булмай. Шулай итеп, ҡатын ҡышын-йәйен ал-ял белмәй эшләй. Ҡарауына, иркен йәшәй, үҙенең дә, балаларының да ауыҙ-мороно бал да май! Күҙ теймәһен!
Әммә бының өсөн көндө – төнгә, төндө көнгә ялғап эшләргә, тир түгергә кәрәклеге билгеле. Эльмира йәйгеһен Юлдыбай питомнигында ла эшләй. Был миҙгелле эш ҡатынға ярайһы ғына килем килтерә.
– Йылҡы малын һуғымға килеп алғандар күп, шуныһы һәйбәт. Ә бына һыйыр ағынан етештергән продукцияны баҙарға алып барырға кәрәк. Хәҙер минең үҙ һатып алыусыларым бар, шуға ла аҙна һайын киләм, бер ҙә һатып бөтмәйсә ҡайтҡаным юҡ, –ти ул.
Алғошаевтарҙың йәйҙәре мал ҡарап, ҡош-ҡорт аҫрап үтә. Ҡошто ла мул алып өйрәнгән Эльмира: 30 ҡаҙ, 20 өйрәк бәпкәһен һатып алып, үҫтерә лә, ҡыш буйы балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән кинәнеп һыйлана!
Ауылда йәшәүен йәшәгәс, мотлаҡ Эльмира кеүек йәшәргә кәрәк ул! Шундай ҡатындар менән нисек һоҡланмайһың инде. Яңғыҙмын тип тормай, ауырлыҡтарға баш эймәй, ауыл ҡотон, ауыл килене исемен һаҡлай ундайҙар!
Читайте нас: