Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
22 Февраль 2021, 14:33

Йылайыр районынан Үҙәнбаевтар

«Агростартап» гранты ярҙамында мал һанын ишәйткән.

Ауыл хужалығы үҫешенә дәүләт ярҙамы 17 февраля 2021, 22:02 Йылайыр районынан Үҙәнбаевтар «Агростартап» гранты ярҙамында мал һанын ишәйткән. Ит һәм һөт тармағы буйынса махсуслашҡан йүнсел ғаилә эште 2011 йылдан алып бара. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә. Play 00:00 00:00 Mute Enter fullscreen Settings ₽ Кэшбэк до 15% баллами Яндекс.Плюс Аталы-уллы Үҙәнбаевтар малсылыҡ тармағында махсуслашҡан. Бөгөн улар Йылайыр районындағы иң эре крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының береһе. Был мөмкинлеккә улар дәүләт гранты ярҙамында ироешкән. «Агростартап» республика программаһы сиктәрендә ғаилә эшҡыуарлығын үҫтереүгә өс миллион һум самаһы грант бүленә. Был аҡсаға Үҙәнбаевтар күрше Баймаҡ районынан биш тиҫтәләп тана һатып ала. Һөҙөмтәлә бөгөн хужалыҡтың эре баш мал һаны 150-гә еткән. Программа талаптарына ярашлы, йүнсел ғаилә яңы эш урындарын да булдыра. Ғөмүмән, Үҙәнбаевтар киләсәктә һөт-ит йүнәлешендә ныҡлап төпләнергә иҫәп тота. Продукцияны ситкә ебәрмәй, үҙ производствоһын булдырырға иҫәп тота. Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр «Агростартап» проекты буйынса 68 эшҡыуарға 210 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән.
Читайте нас: