Ауыл уттары
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
19 Март 2021, 10:43

Өс ҡап лавр япрағын алығыҙ!

Уның менән бына ошо төнәтмәне эшләгеҙ һәм һеҙҙең ...

аяҡтарығыҙҙың һыҙлауы баҫыласаҡ!
Өс ҡап лавр япрағын алығыҙ. Уның береһен 10 литрлыҡ биҙрәләге һыуға һалып, ҡайнатырға ҡуйығыҙ. Аяҡтар янмаҫлыҡ булғансы һыуытып алығыҙ. 20 минут дауамында аяҡтарҙы был һыуҙа тотоғоҙ. Унан йөн ойоҡтар кейегеҙ.
Һыуҙы түгергә ашыҡмағыҙ. Икенсе көндә ошо уҡ һыуға икенсе ҡаптағы лавр япрағын һалығыҙ. Ҡайнатып алғандан һуң һыуытығыҙ.
Йәнә аяҡтарығыҙҙы 20 минут дауамында был төнәтмәлә тотоғоҙ.
Өсөнсө ҡапты ла ошолай уҡ ҡулланығыҙ.
Бындай дауаны ярты йыл һайын ҡабатларға мөмкин.

Һау-сәләмәт булығыҙ!

"Һаҡмар" гәзите
Читайте нас: