Ауыл уттары
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
22 Март 2021, 11:31

Йылайыр районындағы «Ҡыҙҙар осҡан» ҡая ни өсөн улай атала?

Тарихҡа күҙ һалайыҡ

Бикйән ауылынан һуң Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан ул ҡая. Элек ул ҡаяның туғайында «Восток» исемле урыҫ ауылы булған, хәҙер ул ауылдың тик нигеҙҙәре һәм өйҙәренең баҡсалағы ағастары ғына һерәйеп ултыра.
Борон беҙҙең башҡорт ҡыҙҙарын ҡаҙаҡ егеттәре урлап апҡайтыр булған. Шул осорҙа апалы-һеңлеле бер туғандар ҡаяға менеп сәстәрен елгә таратып тарап ултырғандар (элек башҡорт ҡыҙҙарының сәстәре оҙон булған бит инде). Бер ваҡыт алыҫтан сабып килгән ат тояҡтары ишетелгән. Ҡараһалар, ҡаҙаҡ егеттәре быларҙы күреп ҡалып, сабып киләләр икән. Ҡыҙҙар ҡайҙа барһын, алда упҡын. Икәүләп сәстәрен тиҙ генә бер-береһенә бәйләйҙәр ҙә ҡаянан һикерәләр. Шунан алып был ҡаяны «Ҡыҙҙар осҡан» ҡая тип йөрөтәләр.
Үҙе бик матур урын ул: Һаҡмар йылғаһы ағып килә лә шул ҡаяға бәрелеп боролоп ағып китә. Ә ҡая текә һәм бик бейек. Уның башына менһәң, шундай матур тәбиғәт донъяһы асыла, бөтә ер күренеп тора: урмандар, тауҙар, алыҫта дала киңлектәре.
Источник: http://distolimp.bspu.ru/
Читайте нас: