Ауыл уттары
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
6 Апрель 2021, 09:15

Орхидеялар душ ярата

Оҙаҡ итеп сәскә атҡан орхидеяларҙы күп хужабикәләр ярата. Әммә уларҙы тәрбиәләүҙең үҙ ҡағиҙәләре лә бар. Мәҫәлән...

орхидеялар даими рәүештә күп итеп һыу ҡойғанды яратмай. Шулай уҡ уларға ҡояш нурҙары ла оҡшап етмәй. Был сәскәләр ярайһы уҡ яҡты булған, әммә тура ҡояш нуры төшмәгән төньяҡ тәҙрә төптәрендә яҡшы үҫә.
Орхидеяларға һыу ҡойоуҙы “душ” һәм “ванна” менән аралаштырырға мөмкин. Был алым түбәндәгесә эшләнә. Сәскәләрегеҙҙе ваннаға теҙеп ултыртығыҙ. Иң тәүҙә япраҡтарына душ аша һыу һиптереп, барлыҡ саң-туҙанды йыуып төшөрөгөҙ. Орхидеялар өсөн 40-50 градуслы душ һис тә ҡурҡыныс түгел. Артабан ваннаға сәскә һауыты сумырлыҡ итеп һыу ҡойоғоҙ һәм баҡсасылыҡ кибеттәрендә һатылған орхидеялар өсөн махсус тәғәйенләнгән шыйыҡ ашламаны 3-4 тамсы өҫтәп, сәскәләрегеҙҙе һыу эсенә ултыртығыҙ. Бер нисә сәғәткә ҡалдырып тороғоҙ. Ванналағы һыуҙы ағыҙғас, сәскә көршәгендәге һыуҙың да ағып бөтөүен көтөгөҙ.
Был “процедура”ны айына бер тапҡыр эшләргә тәҡдим ителә. Ул сәскә атып ултырған орхидеялар өсөн дә зыянһыҙ, тик сәскәләренә һыу тейҙермәҫкә тырышығыҙ.
Читайте нас: