Ауыл уттары
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
6 Апрель 2021, 09:12

Тәғәйенләүҙәр

Район ветеринария станцияһында яңы етәксе

Был вазифа Таһир Ғәйзулла улы Аҡбалинға йөкмәтелде. Йылайыр ветеринария станцияһының яңы етәксеһе менән Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығы начальнигы урынбаҫары Раян Баймөхәмәт улы Шаһимөхәмәтов таныштырҙы. Кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов ҡатнашты.
Р.Б.Шаһимөхәмәтов хеҙмәт коллективына Т.Ғ.Акбалиндың ауыл хужалығы эштәренең барлыҡ этаптарын үтеп, етәксе вазифаларға күтәрелгән, хеҙмәт биографияһының күп өлөшө ветеринария менән бәйле булған лайыҡлы етәксе булыуы тураһында һөйләне.
Раян Баймөхәмәт улы үҙ сығышында шулай уҡ ветеринария өлкәһендә генә түгел, башҡа өлкәләрҙә лә, ғөмүмән йәмғиәттә ҙур үҙгәрештәр барыуын билдәләп үтте.
– Бөгөн талаптар башҡаса, бөтә ерҙә һанлы технологиялар индерелә. Ветеринария хеҙмәте лә заман талаптарына яраҡлашырға тейеш. Беҙҙең маҡсат – халыҡҡа һөҙөмтәле хеҙмәт күрһәтеү, кәрәкле булыу. Беҙҙең төбәктә ветеринария ойошмаларының эшмәкәрлеген яҡшыртыуға күп көс һалына. Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйем ,– тигән теләктәр менән һүҙен тамамланы ул.
Борис Николаевич Мелкоедов, район ветеринарҙарына мөрәжәғәт итеп, ҡуйылған маҡсаттарға ынтылыу, уға ирешеү команданың берҙәм һәм дәррәү булыуынан тора, тип билдәләне. Был өлкәлә килеп тыуған һорауҙар, проблемалар район халҡы, шулай уҡ ауыл хакимиәттәре етәкселеге, ауылдарҙағы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының эшмәкәрлеге менән бәйле хәл ителергә тейеш. Был юҫыҡта бергәләп эшләргә кәрәклеге тураһында оноторға ярамай. Район хакимиәте башлығы шулай уҡ көтөүсеһеҙ йөрөгән аттарҙың, берәҙәк малдарҙың күп булыуы борсоуға һала, тип билдәләне. Һүҙен йомғаҡлап, ул район ветеринария хеҙмәткәрҙәренә эштәрендә уңыштар теләне.
Яңы етәксе Т.Ғ.Аҡбалин район етәкселегенә һәм Республика Ветеринария идаралығына ышаныс күрһәткәндәре өсөн рәхмәт әйтте,тәү сираттағы бурыстарҙы билдәләне һәм аңлашып, татыу коллективта уңышлы эшләрбеҙ, тип белдерҙе.
Н.Мохов фотоһы.
Читайте нас: