Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
17 Май 2021, 14:01

Баҫыу эштәре гөрләй

Районыбыҙ хужалыҡтарында салт аяҙ торған көндәрҙең һәр сәғәтен, минутын файҙаланып ҡалырға тырышып, баҫыу эштәрен ҡыҙыу темпта алып баралар. Ялан зонаһындағы «Стратегия» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хужалығында ла, эштәр комплекслы ойошторолоп, сәсеүгә бер нисә агрегат йәлеп ителгән. Был хужалыҡта йыл һайын мул ғына уңыш йыйып алына.

Ошо уңышҡа өлгәшеүҙә, фермерҙарҙың һәм уларҙың хеҙмәткәрҙәренең өлөшө бик ҙур. Сөнки бында үҙҙәренең эшен яратҡан кешеләр эшләй.
Баҫыу эштәре бик уңышлы бара, сөнки яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра икәнен улар бик яҡшы аңлай. Бөгөнгө көндә был ойошмала, планлаштырылған сәсеүлектәрҙең 50 проценттан ашыуы сәселгән. Хәҙер инде етен сәсеүҙе лә тамамлап торалар һәм ҡаты бойҙай орлоҡтарын килтереү менән булышалар. Бөтәһе 2000 гектар ерҙең 100 гектарына шул бойҙайҙы сәсеү планлаштырылған. Ҡалған гектарҙарға башҡа төр культуралар сәсеү көтөлә.
Хужалыҡта механизатор Рәсүл Ласынов, Айбулат Теләүкәев, заправщик Риф Наҙарғолов, сәсеүселәр Рәмил Ҡаҙнабаев, Тәлғәт Ҡоҙашев, Мәхмүтйән Игебаев, Рауил Зәйнәғәбдинов беренсе көндән башлап хеҙмәт итәләр. Хәҙерге көндә «Стратегия» ЯСЙ-һы хужалығы баҫыуҙарында ике К-700 тракторы эшләй. Хужалыҡтың директоры Б.Әптиков әйтеүенсә, яҙғы баҫыу эштәре юғары кимәлдә бара һәм дауам итер өсөн бөтә шарттар булдырылған.
В.Климов фотолары.
Һүрәттә: А.Теләүкәев һәм Р.Наҙарғолов.
Механизатор Я.Боҫҡонов.
Сәсеүселәр Т.Ҡоҙашев, М.Игибаев, Р. Зәйнәғәбдинов һәм Р.Ҡаҙнабаев.
Читайте нас: