Иҫегеҙгə төшөрəбеҙ: приз отоу өсөн редакцияға район гəзиттəренең береһенə 2021 йылдың 2-се яртыһына яҙылғанығыҙҙы дəлиллəгəн квитанцияны һəм уның күсермəһен алып килергə кəрəк ине. Мотлаҡ шарт – гəзиткə 6 айға яҙылырға.
Шулай итеп, “Ауыл уттары” гəзитенə яҙылған 63 уҡыусыбыҙ квитанцияларын алып килеп теркəтте. Шулар араһынан йəрəбə ярҙамында приз хужалары билдəлəнде. “Ауыл уттары”на яҙылыусылар араһында Ҡаҙырша ауылынан Зөһрә Игебаева, Йылайыр ауылынан Фәимә Кучербаева, Матрай ауылынан Нур Алғошаев, Йомағужа ауылынан Венера Сөйөндөкова, Йылайыр ауылынан Рауил Хәсәнов, Байғужа ауылынан Гөлдәр Сыңғыҙова, Воскресенка ауылынан Л.И.Аллабирҙина һәм Сәләх ауылынан Радик Солтановтарға бәхет йылмайҙы.
Приздарҙы редакцияға килеп алыуығыҙ һорала. Редакция элекке ҡунаҡхана бинаһына күсеүен иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Үҙегеҙ менән паспорт һәм ИНН алып килеүегеҙ һорала.
Əүҙемерəк булығыҙ, дуҫтар! Район гəзиттəренə яҙылығыҙ һəм бəхетегеҙҙе һеҙ ҙә һынап ҡарағыҙ.
Һүрәттә Фәимә Күсәрбаева.