Ауыл уттары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
24 Июль 2021, 11:35

Йәштәрҙе саҡыралар!

Башҡортостанда йәштәрҙең ғилми лабораторияларын асыу планға индерелгән. Ғилми үҙәктәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Фән” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы булдырыла.

Йәштәрҙе саҡыралар!
Йәштәрҙе саҡыралар!

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин “Фән сәғәте” форматында үткәргән кәңәшмәлә әйтте. Башҡортостан Башлығының фән буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡазыханов хәбәр итеүенсә, республиканың юғары уҡыу йорттары, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге институттары Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министрлығына ошондай йәштәр үҙәктәре асыуға һигеҙ ғариза биргән дә инде.

“2021-2023 йылдарға илдең юғары уҡыу йорттарындағы йәштәр лабораторияларын финанслауға йыллыҡ сығымдар 1,8 миллиард һум тәшкил итәсәк, шуға күрә һәр үҙаллы лаборатория йыл һайын 15-18 миллион һумлыҡ грант алыуға иҫәп тота ала”, – тине Руслан Ҡазыханов.

Йәштәр лаобораторияһы асыу өсөн мотлаҡ шарт - проектта йәш аспиранттарҙың һәм өлкән курс студенттарының ҡатнашыуы.

Фото: yandex.ru.

Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан»

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты;

#регпроекты#нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: