Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
9 Март 2023, 11:10

Һарымһаҡ, кишер, балыҡ - иң файҙалы аҙыҡ!

Беҙҙең иммунитеттың иң мөһим функцияһы - организмды зарарланыуҙан һаҡлау. Иммун системаһы ныҡ булыуға түбәндәге аҙыҡтар ярҙам итә:

* Һарымһаҡта ауырыу микробтарын үлтерә торған матдәләр бар. Аҙнаға бер тапҡыр һарымһаҡтың бер нисә бүлкәтен ашағыҙ. Иҙелгән көйөнсә һарымһаҡ байтаҡҡа файҙалыраҡ.
* Кишер - инфекциялар менән көрәшеүҙә организмға булышлыҡ итеүсе бета-керотин байлығы. Белгестәр һәр көн ыуылған кишер ашарға тәҡдим итә.
* Кефир, йогурттар (емеш-еләк менән түгел, майы әҙерәк булған көйөнсә) составына файҙалы микрофлора һәм лактобактерия инә, улар ауырыу бактерияларҙың үрсеүенә ҡаршы тәьҫир итә. Көнөнә ошо эсемлектәрҙе бер сынаяҡ эсегеҙ.
* Миндаль сәтләүеге - амино һәм май кислотаһы, кальций һәм Е витаминының натураль сығанағы. Һәр көн миндаль сәтләүегенең ҙур булмаған күләмен ҡулланыу плазмала һәм ҡандың эритроцитында Е витаминының күләмен күтәрә, холерестериндың кимәлен нормалләштерә һәм, әлбиттә, иммунитетты күтәрә.
* Балыҡ. Улар омега-3 май кислотаһына бай, иммун системаһын нығытыуға бәйле, организмда күҙәнәктәрҙең эшен әүҙемләштерә. Аҙнаһына өс балыҡ төшкө ашын ойоштороғоҙ, йәки көнөнә 50 грамм балыҡ ризығын ҡулланығыҙ.
Сығанаҡ:https://salauat.ru/news/novosti/2020-06-29/arym-a-kisher-baly-fay-a-y-1353188
Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: