Ауыл уттары
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
21 Март 2023, 10:50

Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрлығы "Агростартап " грантына конкурс уҙғара

“Агростартап” грантына ғаризалар ҡабул ителә башлай

Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрлығы "Агростартап " грантына конкурс уҙғара
Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрлығы "Агростартап " грантына конкурс уҙғара

2023 йылда ауыл эшҡыуарҙары араһында иң популяр программаларҙың береһе буйынса дәүләт ярҙамы һөт һәм ит малсылығында проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 5 миллиондан 7 миллион һумға тиклем, башҡа ауыл хужалығы йүнәлештәре буйынса 3 миллиондан 5 миллион һумға тиклем арттырылды. Ағымдағы йылда программаны тормошҡа ашырыуға 98 миллион һум йүнәлтеү планлаштырыла. 

Ғаризалар 3 - 17 апрелгәсә ҡабул ителә.

Адресы: Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы 106-сы йорт.

Белешмә өсөн телефондар: 8 (347) 218-05-26, 218-05-29.

Ҡатнашыу буйынса шарттар тураһында  здесь белешә алаһығыҙ.

- Дәүләт ярҙамының баҙарҙа талап ителгән продукция етештереүгә һәләтле ныҡлы хужалыҡтарҙың барлыҡҡа килеүенә һәм үҫешенә булышлыҡ итеүе мөһим. Шуға күрә «Агростартап» грантына конкурста ҡатнашыусыларҙы еңел булмаған һынау көтә. Дәүләт ярҙамын әҙерлекле һәм перспективалы проекттары булған дәғүәселәр генә аласаҡ, - тип хәбәр итте БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Фермерҙар бөгөн төбәктә тулайым ауыл хужалығы продукцияһының 18 процентын етештерә, был секторҙа күрһәткестәрҙең артабан үҫеүенә иҫәп тотабыҙ.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/

Фото: В.Климов.

 

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: