Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
12 Ғинуар , 10:10

Петунияны быйыл ҡасан сәсергә?

Баҡсаларыбыҙҙы йәмләр иң матур сәскәләрҙең береһе петунияны әле үк сәсергә мөмкин.

Петунияны быйыл ҡасан сәсергә?
Петунияны быйыл ҡасан сәсергә?

Ай календарына ярашлы, сәсеү өсөн уңышлы көндәр булып 1З-16, 18-2З ғинуар; 1-8, 12-22, 26-29 февраль; 2-7, 12-2З март һанала.

Сәсеү һәм үҫтереү серҙәренә килгәндә, петуния орлоҡтары яҡтыла ғына шытып сыға, шуға уларҙы ҡом йәиһә тупраҡ менән күммәйҙәр. Бары тик стакан өҫтөн үтә күренмәле полиэтилен менән ҡаплайҙар. Йылы урында орлоҡ 4-5 көндә сыға. Көнөнә 1-2 тапҡыр асып елләтеп, тупраҡты киптермәҫкә, һиптергестән саҡ ҡына һыу һибергә кәрәк.

Үҫентеләр өсөнсө япраҡ сығармайса өҫтөнә япҡан полиэтиленды алмағыҙ, бары тик энә менән бер-нисә урындан тишкеләгеҙ. Нескә булып үҫеп киткән осраҡта, үҫентене япраҡтарына тиклем яйлап ҡына ҡом менән күмдерергә кәрәк. Нығып киткәс, өҫтөн йышыраҡ асырға һәм түбән температураға тәҙрә төбөнә ҡуйырға була. Былай иткәндә, үҫентене күсереп ултыртмайса, төбөнә тупраҡ өҫтәй-өҫтәй үҫтерергә була.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: