Ауыл уттары
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
5 Июль , 17:10

Башҡортостанда ауыл хужалығына финанс ярҙамы сараларының киң комплексы тормошҡа ашырыла

Радий Хәбиров төбәк иҡтисадының нигеҙе булған агросәнәғәт комплексына ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүлә.

Башҡортостанда ауыл хужалығына финанс ярҙамы сараларының киң комплексы тормошҡа ашырыла
Башҡортостанда ауыл хужалығына финанс ярҙамы сараларының киң комплексы тормошҡа ашырыла

Ауыл хужалығы эш урындарын һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә төп роль уйнай. Фермерҙарға төрлө ярҙам ысулдары, мәҫәлән, гранттар, субсидиялар бирелә һәм бөтә райондарҙа индерелгән льготалар ҡаралған. Төбәк һөҙөмтәлелеген һәм конкурентлыҡ һәләтен арттырыу өсөн үҙенең агросәнәғәт комплексын эҙмә-эҙлекле яңырта.

Иң популяр гранттарҙың береһе булып крәҫтиән (фермер) хужалығын булдырыу һәм үҫтереү проектын финанс тәьмин итеүгә грант тора. «Агростартап» – фермерҙың үҙ фермер хужалығын үҫтереү өсөн өлкә бюджетынан алған аҡсаһы. Уларҙы алыу өсөн уға конкурста ҡатнашырға һәм ферманы үҫтереү буйынса үҙенең бизнес-планын тәҡдим итергә кәрәк.

Был конкурста районыбыҙ фермерҙары ла даими ҡатнаша, әммә, һәр конкурстағы кеүек, «приз»ға һәр кем эйә була алмай. Район ауыл хужалығы идаралығы мәғлүмәте буйынса, 2019 йылда малсылыҡ менән шөғөлләнгән ике фермерға бәхет йылмайған. Алынған аҡсаға улар мал аҙығы һәм тоҡомло мал әҙерләү өсөн техника һатып ала, был уларға хужалыҡтарын нығытыу буйынса эште әүҙемерәк һәм һөҙөмтәлерәк дауам итергә мөмкинлек бирә. 2020 йылда бер фермер һәм 2021 йылда тағы бер фермер был грантҡа эйә була.

Проекттарҙы һайлап алыу ғәҙәттәгесә ҡаты, дәғүәселәр һаны, проектты тормошҡа ашырыуға бүленгән аҡса күләме йылдан-йыл арта, һәм грантҡа эйә булыу ауырлаша бара. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Агростартап» гранттарын «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау» төбәк проекты буйынса «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә бүләләр.

Г.Таһирова фотоһы.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: