Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
20 Август 2024, 15:45

«Тай-тулаҡ»та беҙҙекеләр 1-се урын яуланы!

 «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестиваленең тағы бер һоҡландырған өлөшө – ат ҡороҡлау бәйгеһе булғандыр. Унда ла беҙҙең район намыҫын Нур Йомабаев яҡланы. Һәм ҡатнашып ҡына ҡалманы, 1-се урын алыуға өлгәште.

«Тай-тулаҡ»та беҙҙекеләр 1-се урын яуланы!
«Тай-тулаҡ»та беҙҙекеләр 1-се урын яуланы!

«Тай-тулаҡ» – башҡортсаға ҡолонсаҡ тип тәржемә ителә. Элек башҡорттарҙа киң таралған ярыш төрө була ул. Быуаттар тарихы менән бәйле бәйгелә етеҙҙәр еңә. Ярышта өс ҡатнашыусынан торған команда өйрәтелмәгән атты мөмкин тиклем тиҙерәк эйәләштерергә, һыбай менергә һәм уның өҫтөндә ҡалырға тейеш. Был һынауҙы үтәү өсөн уларға 5 минут ваҡыт бирелә. Ә беҙҙең Нур Нөғәмән улы был бурысты 15 секунд эсендә атҡарып сыҡты. Бер ҙә еккегә өйрәтелмәгән атты елдәй етеҙ хәрәкәттәр менән ҡороҡлап, һыбай менеүгә өлгәште ул. Был еңел булмаған эштә уға дуҫтары Илһам менән Венер ярҙам итте. Һөҙөмтәлә еңеүсе команда 160 меңлек сертификат менән бүләкләнде.

- Йылҡы малын аңларға, яратырға кәрәк. «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестиваленең тәүге йылында ҡатнашҡайным. Шуға ла, ярыш тәртибен, шарттарын яҡшы беләм. Ә шулай ҙа иң етеҙе булырмын тип өмөт тә итмәгәйнем , – тип фекере менән уртаҡлаша Нур.

Фото ғаилә архивынан алынды.

Автор: Гульгина Тагирова
Читайте нас