Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
13 Сентябрь , 14:55

Һуңлап килгән бесән мәленең һәр минуты ҡәҙерле

 Республика халҡы өсөн быйылғы йәй оҙайлы  ҡойма ямғырҙар, ташҡындар, дауылдар менән иҫтә ҡаласаҡ. Көн дә тиерлек быҫҡаҡлаған ямғыр ауыл халҡының эшенә арыу уҡ тотҡарлыҡ яһаны – бесән әҙерләү ай ярымға тиерлек һуңыраҡ башланды. Шуға күрә көндәр бер аҙ тотороҡланыу менән фермерҙар һәм шәхси хужалыҡтар йәһәтләп бесәнгә төштө. Дымға артығыраҡ туйынған быйылғы үләндең  сифаты әллә ни булмаҫ инде,шулай ҙа юҡтың көнөндә һайланып торорға форсат юҡ.

Һуңлап килгән бесән мәленең һәр минуты ҡәҙерле
Һуңлап килгән бесән мәленең һәр минуты ҡәҙерле

Районда иң уңышлылар иҫәбендә булған Кристина Аптикованың крәҫтиән (фермер) хужалығында ҡеүәтле техника һәм, әлбиттә, ялан батырҙарының берҙәм тырышлығы менән ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү эше бөгөн тамамланыу өҫтөндә. Әле яңы ғына бында йәшел ураҡҡа төшкәндәр кеүек ине, хәҙер килеп әкиәттәге мөғжизәләй ҡалҡып сыҡҡан бесән төктәрен мал аҙығы ихатаһына ташыйҙар. Тәжрибәле механизатор Әсхәт Собханғолов әҙер төргәктәрҙе ҙур теүәллек менән прицепҡа тейәп тора.  Бер прицепҡа тейешле 18-20 төргәк урынына 40-лапты һалалар. Ауыр йөк тейәгән техниканы йөрөтөү айырым оҫталыҡты һәм таһыллыҡты талап итә. Тиҫтә йылдар ауыл хужалығы тармағында эшләүсе Айрат Рәхмәтуллин өсөн был мөһим бурыстҡы атҡарып сығыу бер ни тормай. Рейстар һанын кәметеү ай һайын тиерлек хаҡы арта барған дизель яғыулыҡҡа ла ярайһы уҡ экономия яһай.

 Шөкөр, ҡаршылыҡтар булһа ла, тырышып-тырмашып, малды имен ҡыш сығарырлыҡ бесән эшләп алынды был хужалыҡта.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ямғыр күп яуған райондарҙа халыҡтың бесән әҙерләй алмауына ҡарата борсолоуын белдерҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, август баштарында Республика Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ошо мәсьәләне күтәрҙе. Был йәһәттән иң проблемалы тип  Бөрйән, Салауат, Баймаҡ, Көйөргәҙе, Ҡыйғы райондары билдәләнде.

 «Ауылдарҙа халыҡ бесән эшләй алмай. Ҡышҡа бесәнһеҙ инеү ҡурҡынысы бар. Район башлыҡтарынан, бигерәк тә ямғырҙарҙан зыян күргән муниципалитеттарҙан, мәсьәләнең кимәлен аңлауҙарын һәм кешеләргә нисек ярҙам итә алыуыбыҙҙы тәҡдим итеүҙәрен һорайым», – тигәйне Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы Максим Забелинға һәм ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановҡа был эшкә ҡушылырға ҡушты.

Булат Намазов, район ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы:

  • Быйылғы йәй ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн ысын мәғәнәһендә ҙур һынауҙар осорона әйләнде. Оҙайлы ямғырҙар сәбәпле бесән әҙерләү миҙгеле көҙгө айҙарға тиклем һуҙылды. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәйбеҙ, сөнки бөтә хужалыҡтарҙа ла эштәр юғары темпта бара. Республика етәкселеге тарафынан да был мәсьәлә юғары контроль аҫтында тотола, тимәк, борсолорға урын юҡ.
Һуңлап килгән бесән мәленең һәр минуты ҡәҙерле
Һуңлап килгән бесән мәленең һәр минуты ҡәҙерле
Һуңлап килгән бесән мәленең һәр минуты ҡәҙерле
Автор:Зубаржат Гидиатова
Читайте нас: