

Район Советының 2026 йылдың 2 июлендәге 91-се Ҡарары менән «Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы муниципаль районы биләмәһендә ауыл хужалығы малдарын аҫрау тәртибен һәм 1 баш ҡарауһыҙ мал аҫрауға сығымдарҙы иҫәпләү тураһында” ғы 2020 йылдың 15 июлендәге 214-се Ҡарарға үҙгәрештәр индерелде.
Документҡа ярашлы, ҡарауһыҙ йөрәгән берәҙәк мал штраф майҙансығына индерелеп бикләнгән осраҡта уның ғәмһеҙ хужаларына ҙур ғына сумма аҡса түләргә тура киләсәк. Мәҫәлән, бер баш йәш малды майҙансыҡта тотоу тәүлегенә 770 һум тәшкил итә. Бынан тыш, бер баш мал өсөн 500 һум һәм мал аҙбарҙа булған һәр сәғәт өсөн өҫтәп 100 һум түләргә тура киләсәк. Быныһы инде малдың именлеген тәьмин иткән өсөн. Шулай итеп, суммалар ярайһы уҡ етди.
Малды хужаһына ҡайтарған ваҡытта протокол төҙөләсәк һәм район административ комиссияһына тапшырыласаҡ. Эш ҡаралғанда тағы ла штраф һалыныуы ихтимал.
Был ҡарар халыҡтың санитар-эпидемиологик именлеген тәьмин итеү һәм тораҡ пункттар биләмәләрен тейешле тәртиптә тотоу һәм төҙөкләндереү маҡсатында федераль ҡануниәткә ярашлы ҡабул ителде.