Ауыл уттары
+17 °С
Дождь
Ауыл хужалығы
16 Июля , 09:45

Игенселәр нәҫеленән улар

Районыбыҙҙа данлы игенселәр династиялары бихисап. Атаһы, ҡартатаһы һөнәренә тоғро ҡалып, иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарҙы иңләп, икмәк үҫтергән ир аҫылдары йәшәй беҙҙең йәмле яҡтарҙа ла. 1926 йылда Хәйбулла районының Таштуғай ауылынан бер нисә ғаилә яңы ерҙәрҙе үҙләштереп, Суртанүҙәк ауылына нигеҙ һала. Күсеп сығыусылар араһында Солтанмәхмүт Үтәшев та була.

Игенселәр нәҫеленән уларИгенселәр нәҫеленән улар
Игенселәр нәҫеленән улар

Ер хеҙмәтенә тоғро ҡартатаһының эшен 1937 йылда тыуған ейәне Илдус Әбүбәкер улы ла дауам итә. Һамар ауылында тракторсылар курсын тамамлаған йәш егеттең артабанғы  яҙмышы тап игенселек менән бәйле була. Уңыш йыйыу осоронда комбайн штурвалы артына ултырһа, бүтән ваҡытта тракторҙа эшләй. Дүрт тиҫтә йылдан ашыу ул “Башҡорт” совхозының алдынғы механизаторы була, бер нисә йыл рәттән районда сәсеү чемпионы исемен йөрөтә.  Фиҙакәр хеҙмәте өсөн бихисап маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар менән бүләкләнгән алдынғы комбайнер хаҡында район гәзитендә лә даими яҙып торалар. Илдус Әбүбәкер улы 1979 йылда “Социалистик ярыштар еңеүсеһе» билдәһе  менән бүләкләнә, ә 1987 йылда «Хеҙмәт ветераны» миҙалына лайыҡ була.

1961 йылда Суртанүҙәк ауылына Белорет педогогия училищеһын тамамлаған  йәш уҡытыусы Нәзирә Шәйхислам ҡыҙы Рәхмәтуллина эшкә килә. Тап ошонда ул ғүмерлек йәрен дә осрата. Ауылдың иң уңған егеттәренең береһе Илдус Әбүбәкер улы менән тормош ҡороп, 4 бала тарбиәләп үҫтерәләр. 39 йыл педагогик стаж менән хаҡлы ялға сыға Нәзирә Шәйхислам ҡыҙы.  Намыҫлы хеҙмәте өсөн абруйлы уҡытыусы  бик күп маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнә, «Рәсәй Мәғариф отличнигы» знагына, педагогия хеҙмәте ветераны исеменә лайыҡ була. Нәзирә Шәйхислам ҡыҙы йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем  ҡатнаша, ауыл Советы депутаты була. Уның моңло тауышына бөгөн дә һоҡланмаған кеше юҡтыр...

Мәле еткәс данлы атаһының юлын улы Илшат та һайлай. Бишенсе класта уҡыған сағында уҡ атаһының уң ҡулы булған эшкә бөтмөр малай, етене тамамлауға ялан-ҡырҙарҙы үҙаллы  иңләй. Мәктәпте тамамлағансы һәр йыл да совхозда урып-йыйыу эшендә әүҙем ҡатнаша ул. 1979 йылда Илшат Үтәшевҡа республика комсомол конференцияһына барып ҡайтыу бәхете тейә, бында ул ВЛКСМ Үҙәк комитетының почет грамотаһына лайыҡ була.    

Хеҙмәттәге юғары күрһәткестәре өсөн 1981 йылда, ул ваҡытта унынсы класс уҡыусыһын, СССР Юғары советы Президиумы Указы менән «Хеҙмәт отличиеһы өсөн» миҙалы, шулай уҡ ВЛКСМ Үҙәк комитетының  «10-сы биш йыллыҡтың Йәш гвардиясыһы»Бронза билдәһе менән бүләкләйҙәр. Мәктәпте тамамлағандан һуң бар ғүмерен ер эшенә бағышлаясағын белгән йәш егет хеҙмәт юлын туған совхозында тракторсы булып башлай. Совхоз йүнәлтмәһе буйынса Башҡорт ауыл хужалығы институтында юғары белем алыуға ирешә, студент йылдарында төҙөлөш отряды составында комбайнсы булып эшләй, бер ваҡытта ла алдынғылыҡты бирмәй. Институтты тамамлағандан һуң йәш белгес 1988 йылда йәнә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Ниндәй генә вазифаларҙа эшләмәһен, ҡыҙыу ураҡ осоронда комбайн штурвалы артына ултыра. Бүлексә зоотехнигынан башлап райондың баш зоотехнигы вазифаһына тиклем үрләй, совхоз директоры булып та эшләй. Совхоз тарҡалғас үҙ эшен ойоштороп ебәрә һәм Үтәшевтәрҙең крәҫтиән (фермер) хужалығы бөгөнгәсә юғары күрһәткестәр менән уңышлы эшләп килә.  Илшат Илдус улының еңел булмаған  хеҙмәте район, республика етәкселеге тарафынан да баһалана. «Ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ була. Тормош ҡанундары аяуһыҙ шул, йәшнәп йәшәр сағында ҡапыл ғына арабыҙҙан китеп барҙы абруйлы ир-уҙаман. Нисек кенә булмаһын, бик лайыҡлы һәм бәхетле ғүмер кисерҙе ул. Сөнки уны яратып, хөрмәт итеп, бар башланғыстарында ҡеүәтләп торған ишле, татыу ғаиләһе булды. Илшат Илдус улының эшен хәҙер тормош иптәше Гөлнара Ринат ҡыҙы, өлкән улы Илфат һәм хәҙер инде кесеһе Урал лайыҡлы дауам итәләр.

Әйткәндәй, ирле-ҡатынлы Үтәшевтәр Башҡорт дәүләт аграр институтының зооинженерия факультетында бергә уҡығандар. Сығышы менән Шишмә районының Келәш ауылынан булған Гөлнара Ринат ҡыҙы килен булып төшкән еренә ерегеп, хәләл ефетенең уң ҡанатына әүерелә. Хужалыҡтың финанс мәсьәләләрен тап ул хәл итә, үтә лә яуаплы булған бухгалтер эшен алып бара. Бының өсөн ул хатта махсус курстар үтә. “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған Гөлнара Ринат ҡыҙының уңғанлығына, өлгөрлөгөнә хайран ҡалырлыҡ. Көндәлек мәшәҡәттәрҙән тыш, йәмәғәт тормошонда ла ҡайнай, институтта алған икенсе һөнәренә  тоғро ҡалып, урындағы «Таштүре» бейеү ансамблендә һәм «Түңгәүер» фольклор коллективында әүҙем шөғөлләнә.

Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тигәндәй  Үтәшевтәрҙең биш балаһының дүртәүһе аграр университетта белем алған. Илфат – механизация, Гөлназ, Илһам – биотехнологиялар факультеттарын тамамлай, Ильнара – Санкт-Петербург дәүләт аграр университетында “Ер төҙөлөшө инженеры” һөнәрен үҙләштерә. Маҡсатлы, тырыш ҡыҙ 2015 йылда республика кимәлендәге “Һылыуҡай” конкурсында ҡатнашып, Гран-при яуланы.  Бөгөнгө көндә ул ҡулдан биҙәүестәр эшләү буйынса үҙ эшен асып, кешеләргә матурлыҡ өләшә.

Игенселәр династияһын, алдан әйтеп үтеүебеҙсә, бөгөн Илфат Илшат улы Үтәшев дауам итә. Хеҙмәт юлын атаһының фермер хужалығында башлаған тәүәккәл егет, ғаилә ҡорғас, үҙенең эшен аса. Ер хеҙмәтен бала сағынан белгән йәш етәксе алдына ҡыйыу маҡсаттар ҡуйып йәшәй. Үтәшевтәрҙең  үҙ көстәре менән төҙөп ингән иркен йортонда кескәйҙәрҙең шат тауыштары тынмай. Кәләше Айгөл менән өс бала тәрбиәләй улар. Ауылдаштары араһында абруйы ҙур йәш, йүнсел хужаның. Үҙенә күҙ төбәп килеүселәрҙең үтенесен бер ҡасан да кире ҡаҡмай ул. Биләмәлә төрлө ярыш-байрамдар үткәреүгә бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтә, махсус хәрби операцияла  йөрөгән яҡташ яугирҙәргә лә гуманитар ылау оҙатып тора. 

Бына шулай, Үтәшевтәрҙең барыһы ла  ошо төбәктә тыуып үҫкән. Билдәле мәҡәлдә әйтелгәнсә, үҙ бәхеттәрен ситтә эҙләмәгәндәр, ҡайҙа тыуғандар – шунда береккәндәр, ата-бабалары эшен дауам итеп, игенсе һөнәренә  тоғро ҡалғандар. 

Автор:Зубаржат Гидиатова
Читайте нас