Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

үҙ эшенә бик яуаплы ҡарай

Фотохәбәрсебеҙ В. Климов төшөрөп алған һүрәттә һеҙ район хакимиәтенең финанс идаралығы начальнигы урынбаҫары Любовь Анатольевна Зайцеваны күрәһегеҙ.

Фотохәбәрсебеҙ В. Климов төшөрөп алған һүрәттә һеҙ район хакимиәтенең финанс идаралығы начальнигы урынбаҫары Любовь Анатольевна Зайцеваны күрәһегеҙ.
Хеҙмәт юлын Любовь Анатольевна 1983 йылда кооперация техникумын тамамлағандан һуң район ҡулланыусылар йәмғиәтендә бухгалтер булып башлай. Шунан күпмелер ваҡыт санэпидемстанцияла бухгалтер була. Ә 2006 йылдан ошо көнгәсә район хакимиәтенең финанс идаралығында эшләй. Бында килемдәр бүлеге экономисынан алып идаралыҡ начальнигы урынбаҫарына тиклем күтәрелә.
Л.А.Зайцеваның төп эше – бюджетты планлаштырыу, уның үтәлеше, финанс контроле. Төплө белемле, тәжрибәле белгес үҙ эшенә бик яуаплы ҡарай, башҡаларҙан да шуны талап итә, шул уҡ ваҡытта уға ярҙам, кәңәш һорап мөрәжәғәт итеүселәргә һәр саҡ ярҙам итергә әҙер тора.
Читайте нас: