– Беҙҙең районда оло йәштәгеләрҙе өйҙәренә барып ҡотлау, бүләкләү кеүек матур йола бар. Шуға ла бөгөн беҙ Һеҙҙе 90 йәшлек оло юбилейығыҙ менән ҡотларға килдек. Һуғыш осоронда тыл хеҙмәтсәндәренең роле әйтеп бөткөһөҙ ҙур булған, шуға ла фиҙакәр хеҙмәтегеҙ, район тормошон яҡшыртыу өсөн башҡарған эштәрегеҙ өсөн һәм, иң мөһиме, балаларығыҙҙы эшһөйәр, яҡшы кешеләр итеп үҫтергәнегеҙ өсөн сикһеҙ рәхмәт белдерәбеҙ. һеҙҙе ҡотлау өсөн 100 йәшегеҙгә лә килергә яҙһын, Алла бирһә, – тине Илгиз Лирман улы.
Район хакимиәте башлығы ҡулынан иҫтәлекле бүләк, ҡотлау открыткаһын алып, Хәлимә Әхтәм ҡыҙы үткәне, балалар үҫтергән ауыр йылдары хаҡында фәлсәфә итеп алды.
– 54 йәшемдә генә тол ҡалдым, балалар ваҡ ине әле. Баш балам Ғәрифйәнде һәм ҡыҙым Миңзифаны ғына күҙле-башлы итеп өлгөргән инек. Ул һәм ҡыҙҙарым эшкә әрһеҙ, талымһыҙ булды. Бөтә эште күмәкләп, бергәләшеп, шаулап-гөрләп эшләй торғайныҡ. Әле лә көн дә хәлемде белешеп торалар. Барыһына ла рәхмәтлемен, ризамын, – ти Хәлимә инәй.
...Алыҫ 20-се йылдарҙа Әхтәм исемле Учалы егете беҙҙең районға сиҙәм күтәреү өсөн килә, аҙаҡ колхозда шофер булып эшләп йөрөгәнендә Хәйбулла районы Таштуғай ауылы һылыуы Әминә менән таныша. Йәштәр ғаилә ҡороп ебәрә, ул ваҡытта гөрләп торған Суртанүҙәк ауылында төпләнә улар. Бәхетле ғаиләлә бер-бер артлы балалары, шул иҫәптән Хәлимә исемле ҡыҙҙары ла тыуа. Хәлимә буй еткәс, үҙе лә матур ғаилә ҡора. Тормош иптәше Рәхимйән менән ете балаға ғүмер бирәләр. Икәүһе лә колхозда эшләй: Хәлимә – ырҙында, Рәхимйән – конюх булып. 1967 йылда Матрай ауылына күсеп сығып, шаулатып донъя көтә Таһировтар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығы ғына иртә мәрхүм була. 50-гә лә етмәгән ир-уҙаманын әжәл эш өҫтөндә йыға...
Ата йортонан бер-бер артлы сығып торған улдары ла, ҡыҙҙары ла әсәһен яңғыҙлатмай. Бөгөнгө көндә Хәлимә Әхтәм ҡыҙы Рәжәп улы һәм Әминә килене ҡарамағында. Улы әсәһенә уңайлы шарттар булдырыу өсөн өйгә һыу үткәрткән, зәңгәр яғыулыҡ төшөрткән. Килене бейемен ҡәҙер-хөрмәт итеп, матур донъя көтәләр.
Бөгөн 90 йәшен билдәләгән тыл ветераны Хәлимә Әхтәм ҡыҙының йәштәргә әйтер һүҙе, бирер кәңәше күп. “Эштән берәү ҙә үлмәй, балаларығыҙҙы эшкә өйрәтеп үҫтерегеҙ”, – тип тә өҫтәй ул.
Ҡәҙерле әсәләренең оло юбилейын билдәләргә йыйылған балалары бөгөн дә “әсәй” тип өндәшә алыуҙары менән бәхетле. Хәлимә Әхтәм ҡыҙына ла, балаларына ла иҫәнлек-һаулыҡ, имен тормош теләйбеҙ.