Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Халыҡ көсө – берҙәмлектә!

Районыбыҙҙың барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә Халыҡтар берҙәмлеге көнө шаулап-гөрләп уҙҙы. Юлдыбай ауылында, мәҫәлән, байрам уңайынан район гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре биләмә халҡы менән осрашыу үткәрҙе, ауыл таланттары әҙерләгән бай йөкмәткеле байрам концерты йыйылыусыларҙың кәйефен тағы ла күтәреберәк ебәрҙе.Сараға килеүселәрҙе мәҙәниәт йортоноң фойеһында төрлө йылдарҙа сыҡҡан гәзит төпләнмәләренән әҙерләнгән күргәҙмә көтә ине. Ошонда уҡ “Ауыл уттары” һәм “Зилаирские огни” гәзиттәренә яҙылыу ҙа ойошторолдо.

Районыбыҙҙың барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә Халыҡтар берҙәмлеге көнө шаулап-гөрләп уҙҙы. Юлдыбай ауылында, мәҫәлән, байрам уңайынан район гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре биләмә халҡы менән осрашыу үткәрҙе, ауыл таланттары әҙерләгән бай йөкмәткеле байрам концерты йыйылыусыларҙың кәйефен тағы ла күтәреберәк ебәрҙе. Сараға килеүселәрҙе мәҙәниәт йортоноң фойеһында төрлө йылдарҙа сыҡҡан гәзит төпләнмәләренән әҙерләнгән күргәҙмә көтә ине. Ошонда уҡ “Ауыл уттары” һәм “Зилаирские огни” гәзиттәренә яҙылыу ҙа ойошторолдо.
Сараның беренсе өлөшөн Юлдыбай ауыл биләмәһе башлығы Ю.Ғ. Иҫәкәев асты. Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡайнар ҡотлап, Юлай Ғәйнетдин улы аул биләмәһе алдында торған социаль маҡсаттар, иҡтисади мөмкинлектәрҙе арттырыу кәрәклеге тураһында һөйләне.
Артабан һүҙ Йылайыр мәғлүмәт үҙәге директоры Б.И. Солтановҡа бирелде.
– Һикһән йыллыҡ бай тарихы булған район баҫмаһының, һис шикһеҙ, уның ижтимағи-сәйәси тормошонда тотҡан урыны бик ҙур, – тине Барис Ишбулды улы. – Алыҫ 30-сы йылдарҙа колхозлашыу осороноң тәүге матбуғат ҡоралы ролен үтәй ул. Артабанғы йылдарҙа исеме үҙгәреп торһа ла, ул асылы, тәғәйенләнеше, рухы менән ысын район баҫмаһы булып ҡала. Бөгөнгө “Ауыл уттары” – элекке традицияларҙы уңышлы дауам иткән, үҙ алдына ҡуйылған бурыстарҙы теүәл үтәгән һәм район халҡының ижтимағи-сәйәси, рухи-мәҙәни тормошонда мөһим урын биләгән баҫма улШуның өсөн район баҫмаһын һаҡлап ҡалыу, уны артабан камиллаштырыу – беҙҙең дөйөм бурысыбыҙ.
Артабан йыйылыусылар алдында район хакимиәте башлығы урынбаҫары А.В. Коротков сығыш яһаны.
– Был байрам тарихи традицияларыбыҙҙы, Ватаныбыҙҙың ҡеүәтләнеүе, сәскә атыуы, дәүләтебеҙҙең нығыныуы хаҡына Рәсәй халыҡтарының берләшеүен асыҡ сағылдыра, – тине Александр Васильевич. – Беҙҙең районда республикабыҙҙың иҡтисади ҡеүәтен нығытыу, социаль өлкәне юғары кимәлгә күтәреү, берҙәмлектә хеҙмәт итеү һәм йәшәү өсөн барыһы ла эшләнә. Туған Башҡортостаныбыҙ – беҙҙең уртаҡ өйөбөҙ. Ошо йорттоң ҡото, нигеҙенең ныҡлығы – беҙҙең көндәлек эшебеҙҙән, хәстәребеҙҙән тора.
Эйе, берәй заман вариҫтарыбыҙ ҙа беҙҙең теге йәки был мөһим ҡарарҙарыбыҙға баһа бирер әле. Нисек кенә булмаһын, ваҡыт үтеү менән тарихи ваҡиғаларға ҡарата мөнәсәбәт үҙгәрә, байрамдар ҙа алмашына. Бына әле бер нисә көн элек беҙ Бөйөк Октябрь революцияһының 100 йыллығын ҡаршы алдыҡ. Әлбиттә, бөтә ил кимәлендәге был мөһим тарихи ваҡиғаны ла ситләтеп үтмәне юлдыбайҙар. Кешелек донъяһында өр-яңы бит асҡан 1917 йыл ваҡиғалары, уның әһәмиәте тураһында бик йөкмәткеле доклад менән Юлдыбай урта мәктәбе директоры урынбаҫары Земфира Марат ҡыҙы Кинйәбаева сығыш яһаны.
Сараның икенсе өлөшөндә Юлдыбай мәҙәниәт һәм ял үҙәге
үҙешмәкәр артистары һәм ауыл таланттары тырышлығы менән ойошторолған бай йөкмәткеле матур концерт уҙҙы. Башҡорт,
урыҫ, мари, хатта һинд бейеүҙәренән, моңло йырҙарҙан, күңелле интермедияларҙан
торған байрам концерты тамашасылар күңеленә хуш килде.
Читайте нас: