Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мөхәббәт һәм матурлыҡ байрамы

Үҙҙәренең 90, хатта 100 (!) йәшен билдәләүсе оҙон ғүмерлеләрҙе, алтын йәки гәүһәр туйҙарын билдәләүсе бәхетле ғаилә парҙарын урындарға барып шәхсән тәрбрикләүҙе күркәм йолаға әүерелдергән Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин тағы ла бер шундай мәртәбәле байрамдың ҡатнашыусыһы булды.Байғужа ауылында йәшәүсе Бибиниса менән Сәйфетдин Байғужиндарҙың алтын туйҙары Әсәйҙәр көнөнә тап килеүе уларҙың ауылдаштары, туғандары һәм дуҫтары өсөн икеләтә байрамға әйләнде. Ауыл мәҙәниәт йортонда ойошторолған матур сараға юбилярҙарҙы ҡотлар өсөн, үрҙә әйтеп үткәнебеҙсә, район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин, Үрге Ғәле ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ю.Ә.Таһиров, район Советы депутаты Б.И.Солтанов килде.

Үҙҙәренең 90, хатта 100 (!) йәшен билдәләүсе оҙон ғүмерлеләрҙе, алтын йәки гәүһәр туйҙарын билдәләүсе бәхетле ғаилә парҙарын урындарға барып шәхсән тәрбрикләүҙе күркәм йолаға әүерелдергән Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин тағы ла бер шундай мәртәбәле байрамдың ҡатнашыусыһы булды.

Байғужа ауылында йәшәүсе Бибиниса менән Сәйфетдин Байғужиндарҙың алтын туйҙары Әсәйҙәр көнөнә тап килеүе уларҙың ауылдаштары, туғандары һәм дуҫтары өсөн икеләтә байрамға әйләнде. Ауыл мәҙәниәт йортонда ойошторолған матур сараға юбилярҙарҙы ҡотлар өсөн, үрҙә әйтеп үткәнебеҙсә, район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин, Үрге Ғәле ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ю.Ә.Таһиров, район Советы депутаты Б.И.Солтанов килде.

И.Л.Фәтҡуллин Байғужиндарҙың бергә йәшәүҙәренең 50 йыллығы айҡанлы Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе.

–50, 60, 70 йыл бергә йәшәгән ғаилә парҙарын тәбрикләү беҙҙең районда матур йолаға әйләнде, – тине Илгиз Лирман улы. – Ныҡлы ғаилә – ул илдең терәге, илдең нигеҙе. Бына һеҙҙе лә ысын мәғәнәһендә татыу ғаилә берлеге, үҙ-ара ихтирам, һөйөү һәм татыулыҡ, тырышлыҡ һәм ҡыйынлыҡтарҙы бергә үтә белеүҙең тулы кәүҙәләнеше тип ышаныс менән әйтә алабыҙ. Һеҙ ысын бәхет сығанағына әүерелгән ныҡлы ғаилә ҡора алғанһығыҙ. Ошондай ғаиләләргә ҡарап беҙ һоҡланабыҙ, ә йәш быуын өсөн һеҙ матур һәм яҡшы өлгө булып тораһығыҙ.

Район хакимиәте башлығы юбилярҙарға шулай уҡ хакимиәттең Ҡотлау хатын һәм иҫтәлекле бүләген тапшырҙы.

Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ю.Ә.Таһиров та Сәйфетдин Зәйнетдин улы менән Бибиниса Ғәлимйән ҡыҙына иң изге теләктәрен еткерҙе.

– Беҙҙең биләмәлә бындай ғаиләләр аҙ түгел. Быйыл ғына беҙ ошонда Солтановтарҙың алтын туйын үткәргәйнек. Ошондай матур, татыу ғаиләләр күберәк булһын ине, сөнки алтын туйға тиклем тиң йәшәү барыһына ла түгел, тик бик һирәк бәхетле парҙар өлөшөнә генә төшә, – тине ул тантана сәбәпселәренә, ихлас теләктәренә ҡушып, бүләк тапшырғанда.

Сараны алып барыусы клуб хеҙмәткәре Рима Игебаева йыйнаҡ ҡына итеп юбилярҙар менән таныштырып үтте.

Сәйфетдин Зәйнетдин улы 1946 йылда ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килгән. Мәктәпте тамамлағас, Сибайҙа төҙөүсе һөнәренә уҡып сығып, Күмертау ҡалаһына эшкә китә. Бында крансы һөнәрен дә үҙләштерә ул һәм ярты ғүмерен ошо яратҡан эшенә бағышлай. Байғужиндарҙың ғаилә тормошо ла Күмертауҙа башлана. Шәмсетдин ауылы ҡыҙы Бибиниса менән бер-береһен бәләкәйҙән белеп, ғашиҡ тотоп үҫкән егет менән ҡыҙ, яҙмыштарын бергә бәйләп, матур итеп йәшәй башлай. Ҡайҙарҙа ғына эшләргә һәм йәшәргә тура килмәй Сәйфетдин ағай менән Бибиниса апайға! Оҙаҡ йылдар Себерҙә, төҙөлөштә тир түгәләр. Илебеҙҙең ул саҡтағы сәйәсәте буйынса социалистик илдәргә ярҙам йөҙөнән Монголияға төҙөлөшкә ебәрелә йәш ғаилә. Ике ҡыҙҙарын ҡайны-ҡәйнәһенә ҡалдырып, ете йыл буйы Монголияла эшләй һәм йәшәй Байғужиндар. Ошонда өсөнсө ҡыҙҙары Елена донъяға килә. Унан ҡайтҡас, йәнә Себерҙә эшләп, бары хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына Байғужаға ҡайтып төпләнергә ҡарар итәләр. Әле улар бында мал көтөп, һәүетемсә генә донъя көтөп ята. Өс ҡыҙҙары ла ғаиләле, иң өлкәндәре Гөлдәр Силәбе өлкәһендә йәшәһә, икәүһе Себерҙә төпләнгән. Һәр береһе үҙҙәре ҡартәсәй-өләсәй булған инде улар. Бөгөн юбилярҙарҙың 6 ейәне, 4 бүлә-бүләсәре бар.

Сәхнәлә “кәләш” менән “кейәүҙе” ҡаршы алып, “кейәүҙән” йыртыш йырттырып, халыҡҡа таратты “еңгәйҙәре”. Йәш, яңы танышҡан саҡтарына ла ҡайтып әйләнде юбилярҙар, ихлас итеп, һорауҙарға яуап бирҙеләр. Шулай уҡ ғаилә дуҫтары, туғандары, яҡындары ла ҡотлап, йылы һүҙҙәрен әйттеләр, бүләктәр бирҙеләр һәм йырҙар йырланылар. Ауылда яңы ғына ойошторолған “Аулаҡ өй” етәксеһе Роза Байғужина ла әхирәттәре исеменән юбилярҙарға иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Тамашасыларҙың дәррәү алҡыштары аҫтында, йәштәрсә дәртле Сәйфетдин ағай матур йыр ыңғайына йәмәғәтен вальста ла өйрөлттө әле!


Читайте нас: