Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Оҫталыҡ дәресе

“Нимә сыҡһа, ағинәйҙәрҙән сыға”, – ти хәҙер күптәр. Ғәйепләп түгел, хуплап, яратып әйтәләр. Сөнки тап ағинәйҙәр ҡоро ағзалары райондағы бик күп матур эштәрҙең башында тора, төрлө инициативалар менән урындарҙағы хакимиәт башлыҡтарын әйҙүкләйҙәр, ауылдаштарын ҡуҙғаталар, бер-береһен сәмләндерәләр. Юлдыбай ауыл китапханаһында ойошторолған “Оҫталыҡ дәресе” лә ошо һүҙҙәргә дәлил: ауылдаштарынан тыш, Һынташ, Ҡашҡар, Һултантимер, Матрай, Байғужа ағинәйҙәре лә бик теләп ҡатнашты был тәжрибә уртаҡлашыу сараһында.

“Нимә сыҡһа, ағинәйҙәрҙән сыға”, – ти хәҙер күптәр. Ғәйепләп түгел, хуплап, яратып әйтәләр. Сөнки тап ағинәйҙәр ҡоро ағзалары райондағы бик күп матур эштәрҙең башында тора, төрлө инициативалар менән урындарҙағы хакимиәт башлыҡтарын әйҙүкләйҙәр, ауылдаштарын ҡуҙғаталар, бер-береһен сәмләндерәләр. Юлдыбай ауыл китапханаһында ойошторолған “Оҫталыҡ дәресе” лә ошо һүҙҙәргә дәлил: ауылдаштарынан тыш, Һынташ, Ҡашҡар, Һултантимер, Матрай, Байғужа ағинәйҙәре лә бик теләп ҡатнашты был тәжрибә уртаҡлашыу сараһында.

Юлдыбайҙарҙың “Ҡанифа” ағинәйҙәр ҡоро иң тәүҙә ҡул эштәре оҫталарын “Йәйғор” тип аталған түңәрәккә туплағайны. Нәҡ улар бөгөнгө ҡорҙоң үҙәген, төп көсөн тәшкил итә лә инде. Баштараҡ ябайыраҡ эштәр: ойоҡ-бейәләйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙарға баш кейеме, япмалар, шәлдәр бәйләү менән шөғөлләнгән ағинәйҙәр әле тулыһынса тиерлек милли кейемдәр эшләүгә күскән. Ҡайһылары үҙҙәренә милли күлдәк-камзулдар тегеп кейҙе, икенселәр оҫталарҙан тектереп алды. Унан инде өләсәй-ҡартәсәйҙәренең һандыҡ төптәрендә һаҡланып ятҡан боронғо кейем өлгөләренә ҡарап, ҡомартҡыларҙы тергеҙеү эшенә тотондолар. Ҡашмау, һаҡал, селтәр, әмәйҙек... Беҙ күҙ алдына ла килтермәгән тарихи әйберҙәрҙе улар ентекләп өйрәнә, милли колоритҡа хилафлыҡ килтермәй, дөрөҫ итеп эшләргә тырыша. Район ағинәйҙәре ҡоро етәксеһе Миләүшә Моратова барлыҡ сараларҙы ойоштороуҙа, ағинәйҙәрҙе туплауҙа ҙур эш алып бара.

“Йәйғор” ҡул эштәре түңәрәген етәкләүсе мәғариф ветераны Хәфизә Амантаева иҫ китмәле оптимист булыуы, дәрте менән башҡаларҙы ла үҙ артынан эйәртеүсе, ысын мәғәнәһендә ойоштороусы-лидер. Күрше райондарҙа, Сибайҙа, баш ҡалабыҙ Өфөлә үткәрелгән бер генә саранан да ситтә ҡалмай ул, иптәштәрен дә өгөтләп, әйҙәп алып йөрөй. (Әйтергә кәрәк, 2020 йылда Өфөлә үтәсәк Бөтә донъя фольклориада фестиваленә әҙерлек сиктәрендә бындай саралар бик йыш үткәрелеп тора). Ошондай сараларҙа беҙҙең ағинәйҙең дә оҫталығын юғары баһалайҙар, уны ла остаздар рәтенә ҡуйып, башҡаларға өйрәтеүсе итеп тәғәйенләйҙәр. Мәҫәлән, “Хәфизә апай Амантаева бик үҙенсәлекле итеп ырғаҡ менән күкрәксә, ҡашмау эшләй. Үҙ төбәгенең әмәйҙеген (һаҡал) тергеҙеп эшләп таҡҡан оҫтабикәнең ҡурсаҡтары ла милли кейемдәрҙә! Афарин, Хәфизә апай, күҙ теймәһен!” – тип яҙып ҡуйған “Бәйләнештә” селтәрендә күренекле ғалимә Гөлгөнә Баймырҙина Хәфизә апайҙың ҡул эштәренең фотоһүрәте аҫтына. Шәхси аҡсаһы, шәхси ваҡыты менән дә иҫәпләшмәй, түләүле оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша, ҡыйбатлы материалдар һатып ала, ә үҙе өйрәнгәнен район ағинәйҙәренә бушлай өйрәтә һәм тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлаша Х.С.Амантаева.

Был юлы ла ул йыйылыусылар менән ҡашмау, һаҡал (селтәр), әмәйҙек эшләү серҙәре менән бүлеште, һәр береһенә тәфсирләп аңлатты, эшләп күрһәтте.

Урындағы профессиональ тегенсе – шәхси эшҡыуар Рәфиә Айытҡолова ла үҙе теккән милли кейем өлгөләрен алып килгәйне, уны ҡунаҡтар арзан ғына хаҡҡа бик теләп һатып алды.

Бер кем дә буш ҡул менән килмәгән ине, һәр бер ойошма үҙенең ҡул эштәренән бай күргәҙмә әҙерләгәйне. Байғужалар, мәҫәлән, кейеҙ баҫыу менән етди шөғөлләнә. Уларҙың кейеҙҙән баҫылған түшәктәре, быймалары, еңел тапочкалары, күкрәксәләре һәм шарфтары – барыһы ла милли орнамент һәм сәскәләр менән биҙәлгән. Юлдыбайҙар иһә төрлө ҡул эштәре, шәлдәре менән алдырҙы. Сәлимдән йәш ағинәй Сулпан Байғусҡарованың уҡыусы ҡыҙы Раушания менән эшләгән күргәҙмәһе барыһын да хайран ҡалдырҙы. Ҡыҙҙар өсөн сәс ҡыҫтырғыстар, ҡаптырмалар, шкатулкалар, кәрзиндәр – барыһы ла шундай зауыҡлы, күркәм, күҙҙең яуын алырлыҡ! Һынташтан Зилә Арыҫланбаеваның да күргәҙмәһе хәтерҙә ҡалды: мәрйендән теҙелгән ағастар, гөл-сәскәләр, ҡоштар – һәммәһе лә үҙ урынында.

Оҫталыҡ дәресе тамамланғас та, ағинәйҙәрҙең эше дауам итте: улар киләсәккә пландары менән уртаҡлашты, киләһе йылда районда үтәсәк рес-публика ағинәйҙәр ҡорона әҙерлек эштәре тураһында кәңәшләште. Үҙ өй-йорт мәшәҡәттәре менән генә ҡәнәғәтләнмәйсә, ауыл, район, хатта республика кимәлендә саралар ойошторған иң әүҙем йәмәғәт ойошмаһы ағзалары бөгөн дә эҙләнеү, өйрәнеү, камиллашыу юлында.

Зөлфирә ҠОҘАШЕВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: