Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Шахматсы тигән даны бар

– Шахмат-шашканы бәләкәй генә саҡтан уйнаныҡ, моғайын, атайымдар күмәк бала шуларға әүрәп, шаулашмаһын-шаярмаһын, тип һатып алғандыр, – ти райондың шахмат “батшаһы” Дамир Солтанов.


Ҡамышүҙәк ауылында Оморҙаҡ Мотаһар улы менән Фәүзиә Тажетдин ҡыҙының 9 балалы ишле ғаиләһендә баш бала булып донъяға килгән Дамир үҙенән кесе туғандары өсөн өлгө булып, ҙур яуаплылыҡ тойоп үҫә. Үҙ ауылдарында башланғыс мәктәпте, Күмертау интернат-мәктәбендә 8 класты тамамлағас, Сибай педагогия училищеһының технология бүлегенә уҡырға инә. Училищенан һуң ике йыл армияла Тыуған ил алдындағы хәрби бурысын үтәй, Магнитогорскиҙа юғары белем ала. Бер аҙ Силәбе өлкәһендә, унан 5 йыл Хәйбулла районы Уфимка мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгәс, 1989 йылдан әлегәсә Юлдыбай урта мәктәбендә физика һәм математика фәндәренән уҡыусыларға белем бирә.

Дамир Оморҙаҡ улының биографияһына күҙ һалһаң, ҡыҫҡаса ғына ошоларҙы әйтергә мөмкин. Мәғариф өлкәһендә эшләгән 37 йыл эсендә уның күпме уҡыусыһы физика-математикаға ғашиҡ булып, ғүмерен шул һөнәр менән бәйләне лә, нисәмә уҡыусыһы олимпиадаларҙа, конкурстарҙа еңеүсе призын яуланы икән?! Шикләнмәйбеҙ, күптер. Юҡҡа ғына уға тиҫтәләрсә Маҡтау ҡағыҙҙары бирелмәгәндер ҙә, юҡҡа ғына күкрәген “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” билдәһе биҙәмәйҙер. Ләкин төп эшенән тыш, ошо наградалар, бүләктәр, исемдәрҙән тыш, Дамир Оморҙаҡ улының район спортсыларын әҙерләүгә индергән өлөшө лә баһалап бөткөһөҙ ҙур һәм айырым һөйләшеүгә лайыҡ. Үҙе лә, ул әҙерләгән уҡыусылары ла шахмат-шашка буйынса район данын республикала ғына түгел, унан ситтә лә таныттылар. Оҙаҡ йылдар дауамында Юлдыбай мәктәбендә һәм Йылайыр балалар ижад мәктәбендә Д.Солтанов алып барған түңәрәктәрҙә йөҙәрләгән бала шахмат-шашка донъяһының серенә төшөндө, күңеленә ятҡан шөғөл һәм яңы дуҫтар тапты, аң-аҡыл даирәһен киңәйтте, үҙ-үҙенә ышанысын арттырҙы.

Үҙе тыуып үҫкән ғаилә ағзалары – һеңле-ҡустыларына ла, хәләл ефете Зөбилә Нурулла ҡыҙына ла, улы Динар менән ҡыҙы Наҙгөлгә лә шахмат-шашка ене ҡағылған.

– Өйөгөҙҙә шахмат-шашкалар булһа ла, кемдер һеҙҙе уйнарға өйрәткәндер бит, үҙ алдыңа ғына уйнарға өйрәнеп буламы ни? – тип ҡыҙыҡһыныуыбыҙға, Дамир ағай ихлас яуап бирҙе:

– Иң тәүҙә мине ике туған ағайым – әсәйемдең ҡустыһы Таһир Юланов уйнарға өйрәтте, әсбаптар алып килеп бирҙе. Шуға күрә Таһир ағайыма ғүмер буйы рәхмәтлемен. Икенсенән, шахмат уйнарға мин һыу эсеп өйрәндем, – тип көлөп ебәрҙе лә, беҙҙең аптыраулы ҡарашыбыҙға шулай тип аңлатып бирҙе. – Арыу ғына уйнарға өйрәнеп алдым, туғандарым, дуҫтарым араһында минең менән тиң уйнарлыҡ кеше ҡалманы. Ә һәр ваҡыт еңеп торһаң, ҡыҙыҡ түгел. Бер саҡ Сибайға барғанда көслө шахматсы Иҙрис ағай Солтановҡа шахматта көс һынашырға тәҡдим иттем. Әммә уның ауылдан килгән бер малай менән уйнағыһы килмәй. Уйнайыҡ та уйнайыҡ, тип теңкәһенә тейгәнмендер инде, бер шарт менән риза булды: “Еңелгән һайын бер сүмес һыу эсәһең”, – тине. Ҡыуанып ризалаштым, сөнки еңеремә тамсы ла шигем юҡ ине. Уйнай башланыҡ. Беләһегеҙме, миңә 12 сүмес һыу эсергә тура килде. Шунда аңланым шахматтың етди аҡыл көсө талап итеүен, әле өйрәнергә лә өйрәнергә кәрәклеген. Әллә күпме китаптар һатып алдым, ныҡлап өйрәнә башланым һәм үҙемдең бик көсһөҙ, белеме һай дилетант икәнемде аңланым...

Ныҡышмал егет уҡый, өйрәнә, тырыша һәм, ысынлап та, был спорт төрө буйынса бик юғары кимәлгә күтәрелә: 1979 йылда Силәбе өлкәһе буйынса шахмат чемпионатында 2-се урынға сыға һәм СССР-ҙың спорт мастерлығына кандидат нормаһын үтәй, өс тапҡыр Башҡортостан буйынса чемпион титулын яулай, ә район, төбәк ярыштарында еңеүҙәренең иҫәбе-хисабы юҡ. “Йылайыр районының иң яҡшы тренер-уҡытыусыһы” исемен ала, 2012-2014 йылдарҙа Халыҡ-ара шашка федерацияһында тренер-инструктор булып эшләй һәм бер нисә тапҡыр уның Рәхмәт хаттарына лайыҡ була. Ошо наградаларға күптән түгел генә тағы берәү өҫтәлде: Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы республикала физкультура һәм спорт үҫешенә тос өлөш индергәне, юғары һөнәри оҫталығы һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалағаны өсөн Дамир Оморҙаҡ улы Солтановты Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне. Ошо ҙур шатлыҡты мәктәптә шашка-шахмат түңәрәгенең булмауы ғына бер аҙ күләгәләп тора. Мәғариф өлкәһендәге өҙлөкһөҙ реформалар, үҙгәртеп ҡороуҙар, ҡыҫҡартыуҙар уҡытыусыларҙы бары уҡытырға һәм дәүләт имтихандарына ғына әҙерләргә ҡушып, тәрбиәне, шул иҫәптән спорт һәм үҙешмәкәр ижад түңәрәктәре кеүек көслө тәрбиәүи әһәмиәтле сараларҙы ҡыҫырыҡлап сығарҙы. Шулай ҙа бошоноп ултыра торған кеше түгел ул Дамир Солтанов, бушлай тип тормай, һаман да шөғөлләнә, үҙе белгән тәрән серҙәрҙе, үҙенсәлектәрҙе буласаҡ шашкасы-шахматсыларына бирергә, төшөндөрөргә тырыша, матбуғат биттәрендә сығыш яһай. Ғөмүмән, әүҙем тормош алып бара, үҙ шөғөлө буйынса буласаҡ спортсылар һәм педагогтар өсөн семинарҙар ойоштора, бай тәжрибәһе менән уртаҡлаша, компьютер технологияларын ҡулланып, юғары квалификациялы судъялыҡ итеү тәртибен өйрәтә, район һәм төбәк турнирҙары үткәреүҙе ойоштора.

Шул уҡ ваҡытта төп эшендә лә төпкә егелеп эшләй: уҡыусыларға физика-математика фәндәренән белем бирә, имтихандарға һәм олимпиадаларға әҙерләй. Әле ошо мәҡәлә яҙылған көндә лә Дамир Оморҙаҡ улы сираттағы муниципаль кимәлдәге олимпиадала еңеүсе уҡыусыһы Нургиз Нәҙерғолов менән Өфөлә һынау тота ине. Беҙ уҡытыусыға ла, уҡыусыһына ла уңыштар теләйбеҙ!


Зөлфирә ҠОҘАШЕВА.
Читайте нас: