Педагогия хеҙмәте ветераны, РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм мәғариф алдынғыһы Ҡорбанғәле Хөсәйен улы Атановтың исеме халыҡҡа, айырыуса мәғариф хеҙ-мәткәрҙәренә яҡшы билдәле.
Ҡорбанғәле Хөсәйен улы Атанов 1918 йылдың 20 апрелендә хәҙерге Хәйбулла районы Утарбай ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Үҙ ауылы мәктәбендә өсөнсө класты тамамлаған. 1928 йылда уларҙың ғаиләһе яңы нигеҙ һалынған Ашҡаҙар ауылына күсә. 1929-1933 йылдарҙа ул Утарбай, Һабыр мәктәптәрендә уҡый. Аҡъяр урта мәктәбенең 9-сы синыфында уҡып йөрөгәнендә, 1937 йылдың декабрендә, бөтә синыф уҡыусыларын, шул иҫәптән Ҡорбанғәле Атановты ла, Хәйбулла һәм Матрай (Йылайыр) райондары мәктәптәренә башланғыс синыфтар уҡытыусылары итеп ебәрәләр. Ҡорбанғәле Атанов хеҙмәт юлын Ҡашҡар башланғыс мәктәбендә башлай. 1938 йылдың декабрендә уны Матрай район халыҡ мәғарифы бүлегенә инспектор итеп күсерәләр. Йәш инспекторҙың ҡарамағында 50-нән ашыу мәктәп була. Булған транспорт – ат, ә инспекторға бөтә мәктәптәргә лә барырға, тикшерергә, күпселеген йәштәр тәшкил иткән уҡытыусыларҙың эшен көйләргә кәрәк. 1940 йылдан 1949 йылға тиклем Ҡорбанғәле Хөсәйен улы район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире вазифаһын башҡара.
Белемен камиллаштырыу өҫтөндә күп эшләй Ҡ.Х.Атанов. 1939–1941 йылдарҙа Темәс педагогия училищеһында ситтән тороп белем ала, унда А.Б.Сәғитов, Х.В.Ғүмәров, М.З.Ғәлимова кеүек талантлы педагогтарҙың һабаҡтарын үҙләштерә, башланғыс мәктәп уҡытыусыһы дипломына эйә була. 1951 йылда, ситтән тороп уҡып, К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Әйткәндәй, училищены ла, институтты ла ҡыҙыл дипломға тамамлауы уның тырышлығы хаҡында һөйләй.
1949 йылдың 1 сентя-бренән Ҡ.Х.Атановты Йылайыр районының Юлдыбай урта мәктәбенә директор урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Тиҙҙән директор вазифаһына үрләтәләр. Был вазифала ул 1969 йылға тиклем эшләй. 1983 йылға тиклем башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.
Мәктәптәге тыңғыһыҙ эше менән бер рәттән
ауылда һәм районда комсомол, партия, проф-
союз эштәренең уртаһында ҡайнай, 1946 йылдан алып 1957 йылға тиклем уҡытыусылар профсоюзының район комитеты рәйесе була, бер нисә тапҡыр профсоюздарҙың өлкә конференцияһында делегат булып ҡатнаша, лектор, пропагандист эштәрен алып бара. Бер нисә тапҡыр ауыл һәм район Советтары депутаты итеп һайлана.
1969 йылда Ҡорбанғәле Хөсәйен улы Атанов Баш-ҡортостан уҡытыусылары-ның VII съезына райондан делегат булып бара, Бөтә Рәсәй уҡытыусылары съезында ҡатнаша.
Уҡытыу-тәрбиә эшендә уңыштары һәм күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн Ҡорбанғәле Атановҡа 1957 йылда Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исем бирелә. Ә инде эшләү дәүерендә алған миҙалдары, бихисап Маҡтау грамоталары (улар араһында БАССР һәм РСФСР Юғары Советтары Президиумдарының, Мәғариф министрлыҡтарының грамоталары бар) уның тырыш һәм һөҙөмтәле эшләүен дәлилләй.
Педагогия хеҙмәте ветераны 2005 йылдың февралендә 87-се йәшендә мәрхүм була.
Гөлгөнә ТАҺИРОВА әҙерләне.