Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Дуҫлыҡ күпере нығынһын

Йылдан-йыл тарихи байрамды бүләк иткән яҙ беҙҙән алыҫлаша бара. Әммә ярты быуаттан ашыу ваҡыт үтһә лә, һуғыш шаңдауы әле лә онотолмай. Сөнки был ҡәһәрле йылдарҙың еле һәр ғаиләгә үтеп инә. Һәр ерҙә: ҡалаларҙа, хатта бәләкәй генә ауылдарҙа ла Еңеү байрамында “Үлемһеҙ полк” акцияһына барлыҡ халыҡ урамдарға сыҡты, мәҙәниәт йорттарында тантаналар, концерттар ойошторолдо.

Еңеү көнөнә арналған матур концерт номерҙары менән Һынташ ауылы халҡы беҙҙең Воскресенкала сығыш яһаны. Эйе, сөнки унан алда ғына Ғаилә йылына арналған концерт менән беҙ Һынташҡа барып ҡайтҡайныҡ.

Ғәйетовтар, Сөләймәновтар, Исҡужиндар, Ҡоҙашевтар, Рәмовтар ғаиләһе һәм Гөлкәй Ниғмәтуллина, Ғәйшә Зыянғолова, Сания Сырлыбаева, Розалия Мусиналар матур концерт номерҙары менән сығыш яһап, һынташтарҙың йөрәктәренә осҡон һалып ҡайтҡандарҙыр, моғайын. Шулай булмаһа, ун көн эсендә яуап концерты менән беҙгә килеп төшмәҫтәр ине!

Һынташ халҡы шул тиклем әүҙем, эшлекле халыҡ: беҙҙең барырҙы ишетеп, нисәмә йылдар ябыҡ торған клубтың тирә-яғын таҙартып, эстән аҡлап, буяп, матур итеп ҡаршы алдылар. Ауылдың ожмахтай күркәм ерҙә урынлашыуы, өйҙәрҙең зауыҡлығы үҙе генә ни тора! Ауыл ғына түгел, халҡы ла матур уларҙың. Бәләкәй

ауылда шундай таланттар бар икәнен асып бирҙе концерт номерҙары. “Йырлай-бейей белмәгән башҡорт юҡ”, - тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер ул. Олоһо ла, кесеһе лә йырлап-бейеп, күңел асып ҡайттылар.

Әлбиттә, ойоштороусынан да күп нәмә тора бындай тамашаларҙа, ауылым, тип өҙөлөп торған, концертта ғына түгел, бөтә ерҙә лә янып йөрөүсе ауыл старостаһы Сәғәҙәткирәй Дәүләтсуринды, ҙур абруйлы Фәриғә Дәүләтсуринаны иң беренсе әйтеп китер инем. Матур күңелле, матур ағинәй Фәриғәнең мөнәжәт әйтеүе күңелгә ятты. Гөлсөм менән Зөфәр Иҫәндәүләтовтарҙың йырҙары, Өмөт Сафаровтың өҙә баҫып бейеүе, ҡатын-ҡыҙҙарҙың “моряктар” бейеүе, Гөлзәнә Нәҙерғолованың шиғыр һөйләүе, бер туған һылыу ҡыҙҙар – Сафаровтар-ҙың бейеүе, Хазина, Гөлсирә, Сәриәләрҙең гимнастика номерҙары, егеттәр - Нияз, Рәхим, Алмаздың йырҙары оҡшаны. Рәйфә Исәкәева ҡатнашлығында интермедиялар бик оҫта башҡарылды.

Ҡыҫҡаһы, концерт уңышлы үтте. Әлбиттә, беҙ, бәләкәй ауылдарҙың халҡы, һәр бер сығышты үҙ аллы өйрәнәбеҙ. Өйрәтеүсе режиссерыбыҙ ҙа, ҡуйыусыбыҙ ҙа юҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, күрше ауылдарға йөрөп, концерттар күрһәтеп, тәмле сәк-сәктәр менән сәйҙәр эсеп, ҡатнашып, аралашып йәшәргә тырышабыҙ, дуҫлыҡ күперҙәрен нығытабыҙ.

Юлдыбай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Юлай Ғәйнетдин улы Исәкәев халҡым тип янып йәшәгән хужа. Бөтә сараларҙа ла ул беҙҙең менән бергә йөрөй, транспорт менән ярҙам итә, халыҡ менән һәр ваҡыт бергә. Беҙ хакимиәт башлығынан уңдыҡ, тип әйтәбеҙ һәм уға рәхмәт белдерәбеҙ.


Әминә РӘМОВА, мәғариф ветераны.
Воскресенка ауылы.


Читайте нас: