Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Үрембәт”тәр таң ҡалдырҙы

Үрембәт, Үрембәт...

Һин хозур һәм күркәм!

Һиңә тиң булырҙай

Йылғалар юҡ бүтән!

Ошондай матур һүҙҙәр менән башланып киткән “Үрембәт” фольклор ансамбленең исем туйына тамаша ҡылды йылайырҙар. Район тамашасыһы өсөн яҡшы таныш булған талантлы үҙешмәкәр йырсы Линиза Солтанова етәкселегендә булдырылған фольклор ансамбле Йылайырҙағы Үрембәт йылғаһының исемен йөрөтә. Күптәр өсөн был атама һорау тыуҙыра ине, ошонан сығып ҡына ла халыҡтың ер-һыу атамаларын, уның тарихын белмәүен күҙалларға була.

Ансамблдең исем туйында данлы Үрембәт йылғаһының тарихына ҡыҫҡаса байҡау яһалды. Яҡташыбыҙ Мотал Рәмов һүҙҙәренә композитор Дамир Солтанов яҙған көйгә башҡарылған “Үрембәт” йыры ярһыу йылғалай яңғырап, үҙенең ҡабатланмаҫ аһәңе менән күңел ҡылдарын тибрәтте. Был фольклор ансамбле халҡыбыҙҙың үткәненә, киләсәгенә битараф булмаған инәйҙәрҙе, апайҙарҙы, олатай һәм ағайҙарҙы йыйған. Милләтебеҙгә генә хас йырҙар, таҡмаҡтар башҡарылыуы, халҡыбыҙ йолалары, уйындары күрһәтелеүе быға асыҡ дәлил булды. "Үрембәт" фольклор ансамбленә ҡушылған йәш бейеүсе Регина Ғансурина – дәртле, Миңзәлә Ҡунаҡова менән Әнүзә Иғдәүләтовалар һалмаҡ бейеүҙәре менән ҡыуандырһа, Эльмира Рәмова үҙе ижад иткән шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Рәйсә Бикморатова, Ғәлимйән ағай Ғәниев, Айзилә һәм Линиза Солтановалар, Мирғәле Шәрипов, Зиннәт Теүәлбаев тамашасыларға моңло йырҙарын бүләк иттеләр. Бөтәбеҙ ҙә мал табибы булараҡ белгән Рәүф Һеләүһенов үҙен был юлы ҡурай оҫтаһы итеп танытты. Тағы ла Рәүф ағайҙың Ислам Игебаевтың донъяуи шиғырын тасуири уҡыуы залда ултырғандарҙың береһен дә битараф ҡалдырмағандыр. Рәйсә Йәнбаеваның Үрембәт йылғаһын данлап әйткән таҡмаҡтары урынлы ғына яңғыраны. Тамашасылар ансамблдәгеләрҙең онотолоп китеп сәхнәлә боронғо “Аҡ тирәк – күк тирәк” уйынын уйнағанын, “Йәш нарат”, “Имәндәр шаулай” кеүек халыҡ йырҙарын башҡарғанын, “Яулыҡ” бейеүен ҡарап кинәнде. Бер һүҙ менән, матур кисә бик йәнле барҙы.

– Һеҙ әле күргән фольклор ансамблен йыйыу, булдырыу ниәте менән янып йөрөгәндә, ижадташ дуҫым Мотал Рәмов уға исем тәҡдим итте. Үрембәт исеменең мәғәнәле һәм ауылыбыҙ ер-һыу атамаһы менән бәйле булыуы күңелгә ятты һәм беҙ уны ҡыуанып ҡабул иттек. Әйткәндәй, Мотал Зәкирйән улы был йылғаның тарихы менән дә таныштырҙы. Минеңсә, милли традицияларҙы, йолаларҙы сағылдырған ансамблдең исеме нәҡ шулай булырға тейеш. “Үрембәт”тә һәр яҡлап уңған, дәртле апай-ағайҙар йыйылған, шуға ла улар менән эшләү күңелле, – ти ансамбль етәксеһе Л.Солтанова.

Яңы ғына исем туйын туйлаған фольклор ансамбленең киләсәккә пландары күп. Йылайырҙан тыш, Һабыр ауылы тамашасыһы хөкөмөнә сығарған был концерт программаһы менән тиҙҙән Байғужаға ла бармаҡсы “Үрембәт”тәр.

Район сәхнәһенә тәүләп аяҡ баҫҡан фольклор ансамбленең ғүмере оҙон булһын, унда ҡатнашыусыларҙың моңо тынмаһын, дәрт-дарманы бер ҙә һүрелмәһен.

Гөлгөнә ТАҺИРОВА.


Читайте нас: