Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Риүәйәткә тиң яҙмыш

Ер йөҙөндә 90 йыл дауамында ғүмер кисергән кешенең яҙмыш китабы үҙе бер риүәйәткә тиң кеүек. Шул арауыҡта күпме осоштар һәм уңышһыҙлыҡтар, онотолмаҫ осрашыуҙар һәм ҡаты юғалтыуҙар, сикһеҙ ҡыуаныстар һәм күҙ йәштәре түгелгәне беҙҙең төшкә лә инерлек түгелдер. Шуға күрә лә беҙ оло йәштәгеләргә тәрән ихтирам менән ҡарайбыҙ, тыуған көндәрен хөрмәтләп билдәләйбеҙ. 73-сө Еңеү яҙын ҡаршылаусы тыл ветераны Мәрйәм Заһит ҡыҙы Хәкимова 9 майҙа икеләтә ҡотлау ҡабул итте – быйыл Сидоровка ауылында йәшәүсе ағинәйгә 90 йәш тула. Оло юбилейы менән уны Сидоровка ауылы мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә ойошторолған тантанаға йыйылған барса ауылдаштары, район Советы депутаты Б.И. Солтанов тәбрикләне. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың, Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың, район хакимиәтенең, ауыл биләмәһе хакимиәтенең ҡотлау адрестарын, үҙенә генә төбәп әйтелгән изге теләктәрҙе ихлас ҡыуанып ҡабул итте йор һүҙле, теремек инәйебеҙ. Унан инде бик алыҫта ҡалған бала сағы, йәшлек йылдары хәтирәләренә бирелеп, күргән-кисергәндәрен бәйән итте.
Мәрйәм инәй 1928 йылдың авгусында Ейәнсура районының Күгәрсен ауылында Мәрғүбә һәм Заһит Хәкимовтарҙың татыу ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә.Ләкин фашистарҙың Тыуған илебеҙгә баҫып инеүе, ҡот осҡос һуғыш башланыуы ғаиләнең матур тормошон, яҡты хыялдарын селпәрәмә килтерә. Ғаилә башлығы 1941 йылдың ҡышында фронтҡа алына һәм ни бары алты айҙан уның хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында ҡағыҙ килә. Өләсәйе, әсәһе һәм береһенән-береһе кесерәк дүрт туғаны тураһында хәстәрлек яңы 14 йәшен тултырған тал сыбыҡтай нескә үҫмер ҡыҙ иңенә төшә. Эйе, ауыр һуғыш михнәттәре бер кемде лә урап үтмәгән, һәр кем, шул иҫәптән Мәрйәм Заһит ҡыҙы ла тылдағы фиҙаҡәр хеҙмәте менән Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөшөн индергән. Әсәһе менән бергә колхоз эшендә лә йөрөй ул. Көндөҙ ҡырҙа бил бөгөп, кисен елпелдәк шәм яҡтыһында һалдаттар өсөн йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләгәндәр, мейестә картуф киптергәндәр. Ошо уҡ йылдарҙа күрше Таҙлар ауылында тракторсылар курсын тамамлап, тимер атты ла йүгәнләй ул.

Һуғыш бөткәс тә донъя ауырлыҡтары тамамланмай әле. Илде яңынан аяҡҡа баҫтырыу осоронда ла иң күп көс тап ошо быуын кешеләре иңенә төшә. Урман эше ҡатын ҡыҙ өсөн түгел тиһәләр ҙә, бил быуып Күркәтауҙа бүрәнә ҡырҡырға, Кананикольск ауылы эргәһенән аҡҡан Крепостной Йылайыр йылғаһынан һал ағыҙырға ла тура килә уға.

– Ағас ағыҙыуҙа ҡара көҙгә тиклем йөрөй торғайныҡ. Итәктәребеҙҙе туңдырып, ноябрь айында ла һыу кисер инек. Нисек һыуыҡ үтеп ауырып ятмағанбыҙҙыр, һаман аптырайым, – ти Мәрйәм инәй көрһөнөп. – Ихтыяр һәм рух көсө мөғжизәләр тыуҙыра тигәндәре хаҡ һүҙҙер, күрәһең....

Шулай булмаһа, ауыр эш араһында йыр-моңға, уйын-көлкөгә ваҡыт табырҙар инеме лә, үҙ күңелдәрен үҙҙәре күрә белерҙәр инеме?! Ә инде йәштәр йыйылһа, сәсән телле, моңло тауышлы ҡыҙыбыҙ һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә була.

“Айҙың яҡты нуры төшә

Колхоздың ҡырҙарына.

Исемдәреңде ҡушырмын

Һағыныу йырҙарыма, – тип үҙе сығарған таҡмаҡтарын әйтеп, бейергә төшөп китер булған ул...

1952 йылда Мәрйәм Заһит ҡыҙы Йомағужа ауылы егете Вәлиәхмәт Һөйөндөковҡа кейәүгә сыға. Тормош сынығыуы үткән йәштәр ең һыҙғанып хөкүмәт эшен дә эшләй, гөрләтеп донъяһын да көтә. Ете балаға ғүмер бүләк итеп, барыһына ла лайыҡлы тәрбиә биреп үҫтерә улар.

Хәҙер инде балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең ҡәҙер-хөрмәтендә, кесе ҡыҙы Люциәнең ғаиләһендә йәшәгән инәй һәр таңды изге теләктәр менән ҡаршылай, ер йөҙөндәге һәр тере йәнгә ихлас доғаларын йүнәлтә. Мәрйәм Заһит ҡыҙының оҙон, бәхетле ғүмерҙә йәшәү сере лә уның күңел-йөрәк сафлығына барып тоташалыр, күрәһең...


Зөбәржәт Һиҙиәтова.
Читайте нас: