Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Барыһы ла уңайлылыҡ өсөн

Һуңғы йылдарҙа ауылдарыбыҙ күҙгә күренеп йәмләнде, матурланды: өйҙәр зауыҡлы итеп биҙәлә, ҡоймалар һәм ҡапҡалар заманса материалдарҙан эшләнә. Урамдарҙы ла танырлыҡ түгел – ҡайһы бер ауылдарҙа урамдарға ҡырсынташ йә асфальт юлдар түшәлде, икенселәрендә “аҡыллы” лампалар ҡуйылды, өсөнсөләрендә бағаналар буялып, юл буйына ағастар ултыртылып, йәшел зоналар барлыҡҡа килде.

Һуңғы йылдарҙа ауылдарыбыҙ күҙгә күренеп йәмләнде, матурланды: өйҙәр зауыҡлы итеп биҙәлә, ҡоймалар һәм ҡапҡалар заманса материалдарҙан эшләнә. Урамдарҙы ла танырлыҡ түгел – ҡайһы бер ауылдарҙа урамдарға ҡырсынташ йә асфальт юлдар түшәлде, икенселәрендә “аҡыллы” лампалар ҡуйылды, өсөнсөләрендә бағаналар буялып, юл буйына ағастар ултыртылып, йәшел зоналар барлыҡҡа килде.
Юлдыбай ауыл биләмәһендә лә был юҫыҡта эштәр көйлө бара. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә халыҡ ярҙамы менән ауылдың күперҙәре төҙәтелде, урамдар яҡтыртылды. Әле бына икәүһенә – Дуҫлыҡ һәм Таулы урамдарына ҡырсынташ түшәү, соҡорҙарҙы тигеҙләү эштәре бара.
Был изге башланғысҡа биләмәнең күптәнге эш партнеры, «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәте магистраль газ үткәргестәр линияһы производство идаралығының Сибай филиалы бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтә. Уларҙың техникаһына Юлдыбай ауылы егеттәре, “Яманғолов И.Х.”, “Айытҡолов Ю.Й.” шәхси предприятиелары водителдәре Хәлил Шәкиров менән Рәмил Бикбулатов йөк автомобилдәре менән ярҙамға ҡушылған.
– «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәте эшселәренә оло рәхмәтлебеҙ. Улар һәр ваҡыт беҙҙең эштәребеҙҙе хуплап, ярҙам итеп торалар, – ти ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ю. Ғ.Исәкәев. – “Таҙа Һаҡмар” акцияһы сиктәрендә үткәрелгән экологик өмәләрҙә лә уларҙың хеҙмәткәрҙәре бик ныҡ ярҙам итте, айырым бригада беҙҙең менән йылға буйҙарын таҙартып сыҡты. Бындай емешле, ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлеккә беҙ бик шатбыҙ.
Оҙаҡ йылдар яҙлы-көҙлө, шулай уҡ ямғырлы йәйҙәрҙә батҡаҡҡа батып йөрөүселәр, автомобилдәрен тау итәгендә ҡалдырып китергә мәжбүр булған ике урам кешеләре был башланғысҡа һөйөнөп бөтә алмай.
– Нисәмә йыл юлһыҙ интектек. Саҡ ҡына ямғыр күҙе төшһә, урамдан үтерлек түгел, – ти Көнһылыу Бикбулатова. – Әле бына Юлай Ғәйнетдин улының эшен күреп, шатлығыбыҙҙың сиге юҡ. Халыҡтың аһ-зарын тыңлап, аңлап, ошо мәсьәләне хәл итергә тотонған етәксебеҙгә рәхмәт, уға Хоҙай оҙон ғүмер бирһен.
Көнһылыу апайҙың һүҙен Рәмил Исламғолов менән Дилбәр Рафиҡова ла йөпләй, сөнки тап улар – нисәмә йыл урамды ремонтлау проблемаһын йыйылыштарҙа күтәреп килгән ауыл активистары. Ниһайәт, мәсьәләнең хәл ителеүен, урамдарҙың тигеҙләнеүен күреп, уларҙың да кәйефтәре күтәрелгән. Тимәк, тырышҡанда, теләк булғанда, бөтә проблемаларҙы ла йырып сығырға була, ти улар.
Дөйөм алғанда, Дуҫлыҡ һәм Таулы урамдарының бер километр ярым самаһы оҙонлоғондағы өлөшө ремонтланасаҡ. Уларҙың ҡалған яғы – оло юлға тоташҡан осо – күптән инде норма буйынса эшләнгән һәм барлыҡ талаптарға ла яуап бирә.
Сафия ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: