Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Бәләкәй ауылдың ҙур шәхесе

7 октябрҙә Рәсәй академияһы Өфө фәнни үҙәгенең тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының бүлек мөдире, филология фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре яҡташыбыҙ Миңлеғәле Хөсәйен улы Нәҙерғоловҡа 65 йәш тулды....Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында ут-һыу кисеп, ауыр яраланып, 1943 йылда тыуған ауылы Ишбулдыға ҡайтып төшә 40 йәшлек сержант Хөсәйен Ғилман улы Нәҙерғолов һәм, һаулығы шәптән булмаһа ла, колхоз эшенә егелә. Ауылдың уңған ҡыҙы Мәлихә менән ғаилә ҡороп ебәрә. Оҫта ҡурайсы булараҡ та тирә-яҡта билдәле була кисәге яугир. Йылдар үтеү менән ғаилә ишәйә, бер-бер артлы алты ул һәм бер ҡыҙ донъяға килә. Матур тәрбиә алып үҫә балалар. Барыһы ла музыкаға һәләтле, эшкә талымлы, аҡыллы, кешелекле-кеселекле булып буй еткерәләр. Шуғалыр ҙа һуңынан был ғаиләнән өс ул, ике килен республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт, мәғариф хеҙмәткәре тигән абруйлы исеменә лайыҡ була.

Нәҙерғоловтар ғаиләһендә Миңлеғәле икенсе бала булып, атаһына 50 йәш тулған йылы, 1953 йылда донъяға килә. Ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағас, уҡыуын Баймаҡ интернат-мәктәбендә дауам итә. Мәктәптән һуң тыуған Йылайыр районына ҡайтып, “Юлдыбай” совхозына эшкә төшә, шул осорҙа шоферлыҡ курсында уҡып һөнәр ала. 1971-1973 йылдарҙа һалдат хеҙмәтен үтәй. Армиянан һуң Йылайырҙа район Советы башҡарма комитеттың спорт бүлеген етәкләй, аҙаҡтан ауыл хужалығы идаралығында водитель булып эшләй. 1975 йылда район типографияһында йүнәлтмә буйынса эшләп йөрөгән Фәнүзә Ғәниеваға өйләнә һәм шул уҡ йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә.
Йәш ғаилә студенттар ятағында йәшәй башлай. Миңлеғәле, тик “бишле”гә генә уҡып, юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай. Төплө белемле, тырыш һәм эшһөйәр белгесте диплом етәксеһе баш ҡаланың ғилми үҙәгендә эшкә ҡалдырырға тәҡдим итә һәм ул яңылышмай. Стажер-тикшеренеүсе генә булып эш башлаған Нәҙерғолов бөгөн Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең киң билдәлелек алған ғалимы булып танылды. Ҙур-ҙур дәрәжәле вазифаларға тәҡдим итһәләр ҙә, яҡташыбыҙ үҙе яратҡан тел ғилеменә тоғро ҡалды: 38 йыл бер урында ең һыҙғанып эшләй, яңынан-яңы ижади, фәнни ҡаҙаныштарға ирешә. 1986 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, 2009 йылда филология фәндәре докторы дәрәжәһенә күтәрелә, 1997 йылдан институттың әҙәбиәт бүлеген етәкләй. Бөгөн ул – 250-нән ашыу фәнни мәҡәләләр, тиҫтәләгән китап-монографиялар авторы. Уның исеме республикабыҙҙан ситтә лә киң билдәле.
Миңлеғәле Хөсәйен улының ғилми ҡаҙаныштары ҙур баһа алды. Уға “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән юғары исем бирелде, ул “Рәсәйҙең иң яҡшы ғалимы” конкурсында еңеп сыҡты, Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты булды, Башҡортостан яҙыусылар союзына алынды, тиҫтәләрсә Маҡтау грамоталарына лайыҡ булды.
М.Х.Нәҙерғолов – өлгөлө ғаилә башлығы ла. Тормош иптәше Фәнүзә Ғабдулла ҡыҙы менән бер улға, ике ҡыҙға ғүмер бүләк иттеләр, уларға юғары белем алыуҙа, үҙаллы тормош ҡороуҙа ышаныслы терәк булдылар. Бар хеҙмәт юлын полиграфия хеҙмәтенә бағышлаған Фәнүзә Ғабдулла ҡыҙы хәҙер хаҡлы ялда. Арҙаҡлы шәхес, оло ғалим Миңлеғәле Хөсәйен улы ғаиләһе менән тыуған төбәгенә ҡайтып китергә һәр саҡ ваҡыт таба. Уларҙы бында яҡташтары, яҡындары, дуҫтары ҙур хөрмәт менән ҡаршы ала. Ишбулдылар “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында Миңлеғәле Хөсәйен улына “Ауылдың почетлы гражданы” исемен бирҙе.
Ильяс ТАКАЛОВ,
хеҙмәт ветераны.
Читайте нас: