Йомағужа ауылы халҡы тыныс һәм берҙәм тормош алып барыуы менән һоҡландыра. Уларҙың егәрле, уңған, татыу халыҡ булыуын өмәләргә дәррәү сығыуҙарынан, һәр йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыуҙарынан да күрергә була.
өрлө байрам-сараларға ла улар ҙур теләк менән ҡушыла. Шуны дәлилләгәндәй, күптән түгел генә, ауыл биләмәһенә ҡараған Сәләх, Һаҡтау, Яңы Яҡуп һәм Йомағужа ауылы өлкәндәренә бағышланған матур сара уҙғарылды. Уны сәләмләү һүҙе менән ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Мөхтәр улы Тотманов асты. Артабан инәй-олатайҙарҙы район Советы депутаты Зөфәр Батыр улы Бүләков тәбрикләне, уларҙы байрамдар менән ҡотлап, заманында лайыҡлы хеҙмәт итеүҙәрен билдәләне һәм йәштәргә кәңәшсе, терәк булып, оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләне.
Сараның хөрмәтле ҡунаҡтарын ауылдың “Ҡайтауаз” ансамбле, Тәлғәт һәм Ҡорманғәле Таһировтар йырлап ҡотлаһа, Миңлеғәле Хәсәнов ҡурайҙа уйнап ҡыуандырҙы.
Биләмәлә Республика көнө лә шундай уҡ йәнлелек менән үтте.