Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙә лә бар егәрле, эшсән кешеләр

Заманында “Юлдыбай” совхозына ҡараған Воскресенка бүлексәһе алдынғы мал һимертеү комплексы булараҡ дан тотто, сусҡа фермаһы ла бар ине. 3 мең баш тирәһе эре мал булды. Фермала бөтөн эш механизацияланған ине, бары тик алты көтөүсе генә ат менән эшләне. Бер осор ҡаҙ ҙа үҫтереп ҡараны булдыҡлы вәскирҙәр. Тракторсы, комбайнсы булһынмы, көтөүсе булһынмы – бик егәрле, тырыш кешеләр йәшәй беҙҙә. Шул заманда совхозда эшләгәндәрҙең баҡыйлыҡҡа күскәндәре лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, байтаҡ ҡына инде хәҙер.

Заманында “Юлдыбай” совхозына ҡараған Воскресенка бүлексәһе алдынғы мал һимертеү комплексы булараҡ дан тотто, сусҡа фермаһы ла бар ине. 3 мең баш тирәһе эре мал булды. Фермала бөтөн эш механизацияланған ине, бары тик алты көтөүсе генә ат менән эшләне. Бер осор ҡаҙ ҙа үҫтереп ҡараны булдыҡлы вәскирҙәр. Тракторсы, комбайнсы булһынмы, көтөүсе булһынмы – бик егәрле, тырыш кешеләр йәшәй беҙҙә. Шул заманда совхозда эшләгәндәрҙең баҡыйлыҡҡа күскәндәре лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, байтаҡ ҡына инде хәҙер.
1980 йылда Воскресенка (халыҡ телендә – Вәскир) ауылында 9 йыллыҡ мәктәп асылды, унда 50-нән ашыу бала уҡыны. Тап ошо осорҙа ауылға бик күп ғаиләләр күсеп килде. Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар ине: ауыл хужалығы эшсәндәре лә, уҡытыусылар ҙа. Өс тиҫтә йылдан ашыу эшләү дәүерендә беҙҙең мәктәптән бик күп белемле уҡыусылар сыҡты. Күптәре юғары уҡыу йорттарын тамамлап, һөнәр алып, дипломлы белгестәр булып тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайттылар. Шөкөр, бөгөн ауылда мәҙәниәт усағыбыҙ ҙа, фельдшер-акушерлыҡ пункты ла эшләй. Клубта быйыл дөйөм тырышлыҡ менән ремонт эштәре башҡарылды. Был мөһим эштең үтәлешен район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин шәхси контролендә тотто. Шулай итеп, Ололар көнөн яңыртылған, йәмле мәҙәниәт йортонда үткәрҙек. Беҙҙе, ололарҙы, был матур байрам менән Илгиз Лирман улы ла йылы ҡотланы. Эш графигының тығыҙлығына ҡарамай, беҙҙең менән күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыуға ваҡыт тапҡаны өсөн И.Л.Фәтҡуллинға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Алдан билдәләп үтеүемсә, беҙҙең ауылда тырышып донъя көткән уңған, татыу ғаиләләр бихисап һәм улар тураһында ла телгә алмау яҙыҡ булыр тип иҫәпләйем.
Шундай өлгөлөләр рәтенә, мәҫәлән, ауылдаштарым Фәнил һәм Таңһылыу Исҡужиндарҙы индерер инем. Вәскирҙә йәшәүселәрҙең ҡап яртыһы сығыштары менән Мәҡсүт һәм Ишбулды ауылдарынан тиһәм, бер ҙә яңылышлыҡ булмаҫ. Ә мәҡәләм геройҙарына килгәндә, улар – билдәле ғалим Зәбих Исҡужин тоҡомонан икән. Был данлыҡлы яҡташыбыҙ тураһында барыбыҙ ҙа хәбәрҙарбыҙ. Зәбих Исҡужин тураһында беҙҙең мәктәп уҡыусыһы Флүр Саламатовтың хәләл ефете Гөлсәсәк Саламатова бик фәһемле һәм күләмле фәнни эш яҙғайны.
Минең мәҡәләм геройҙары ла һынатмай. Бик матур итеп
донъя көтөп яталар. Исҡужиндар Мөхтәр һәм Айнур исемле ике ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Егеттәрҙең икеһе лә әрмелә хеҙмәт итеп ҡайттылар. Айнур хеҙмәт иткән ғәскәри часть командирынан рәхмәт хаты ла алып ҡыуанды Исҡужиндар. Әлеге көндә ул Себер тарафтарында вахта ысулы менән уңышлы ғына эшләп йөрөй. Ә Мөхтәрҙәре ғаиләһе менән Хәйбулла районында йәшәй, Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында шахтала эшләй, ике бала атаһы.
Воскресенка ауылына Исҡужиндар 1997 йылда килеп төпләнделәр. Заманында улар, ғаилә подряды ойоштороп, сусҡалар ҙа көттөләр. Әлеге ваҡытта Фәнил менән Таңһылыу шәхси хужалыҡтарын үҫтереү менән мәшғүлдәр. Булдыҡлы хужалар кәртә тултырып мал аҫырайҙар. Уларҙың бай ҡураһында 15-ләп баш йылҡы малы, быҙауҙары менән шулай уҡ 15-ләп баш һыйыр малы, 40-тан ашыу һарыҡ, 75-80-ләп өйрәк-ҡаҙ, 320-ләп тауыҡ иҫәпләнә. Картуфты ла бер түгел ике ерҙә сәсә улар. Бөтмөр хужаларҙың кәрәкле техникаһы – тракторы ла, бесән сапҡысы ла, тырмаһы ла бар. Йорт-ҡура ҡаралтылары төҙөк, ишек алдары йәйен-ҡышын тап-таҙа була.
Бөтмәҫ-төкәнмәҫ донъя мәшәҡәттәре араһында бүтәндәргә лә ярҙам итеп өлгөрә Исҡужинар. Туғандары менән дә йылы аралашалар, дуҫ-иштәре лә бик күп. Фәнилде ауылда балта оҫтаһы булараҡ беләләр, ә йорт хужабикәһе Таңһылыу аҙна һайын баҙарға йөрөп, байтаҡ ҡына кәсеп итеп ҡайта: ҡоротон, майын, һөтөн, ҡаймағын, итен һатып, арыу ғына аҡса эшләй. Һатып алыусылар ҙа уны күптән белеп бөткәндәр, баҙарға килгәнен көтөп кенә торалар.
Йыл һайын ҡорбанлыҡҡа тәкәләр ҙә һаталар, кәрәк икән, Фәнил үҙе лә ҡорбан итеп салып бирә.
Фәнилдең атаһы ла бик эшсән кеше ине. Ғүмере буйына тракторсы, көтөүсе булып эшләне. Йыр-моңға ла бик әүәҫ ине. Лайыҡлы ғүмер юлы үтеп, 82 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте, ауыр тупрағы еңел булһын. Атаһынан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, Фәнил дә гармунда өҙҙөрөп уйнай, ҡатыны Таңһылыу менән бергәләп матур итеп йырлайҙар ҙа. Ауыл клубында ниндәй генә мәҙәни сара ойошторолмаһын – Исҡужиндар һәр саҡ уның уртаһында була.
Ауыл ҡотон һаҡлаусы Исҡужиндарға ныҡлы һаулыҡ, барлыҡ башланғыстарында уңыштар ғына теләге килә. Бына ошондай үҙ еренә ерегеп йәшәгән уңғандар булғанда ғына ауылдың да киләсәге бар.
Дәүләткилде РӘМОВ.
Читайте нас: