Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йәшәүгә көс-дәрт өҫтәнеләр

Ярҙамға мохтаж яңғыҙаҡ оло кешеләр хаҡында хәстәрлек йәмғиәт тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Ул олоғайған кешеләргә йәшәүгә ышаныс өҫтәй. Күңел йылыңды йәлләмәй, кемделер йылытаһың, изгелек ҡылаһың икән, ул мотлаҡ үҙеңә кире әйләнеп ҡайтасаҡ.

Ярҙамға мохтаж яңғыҙаҡ оло кешеләр хаҡында хәстәрлек йәмғиәт тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Ул олоғайған кешеләргә йәшәүгә ышаныс өҫтәй. Күңел йылыңды йәлләмәй, кемделер йылытаһың, изгелек ҡылаһың икән, ул мотлаҡ үҙеңә кире әйләнеп ҡайтасаҡ.
Хәҙер инде тарихта ҡалған Ғаилә йылын йомғаҡлап, Юлдыбай ауылының түбәнге мәсете, уның янында ойошторолған “Мәрхәмәт” мөслимәләр ойошмаһы ағзалары күрше Баймаҡ районы Аҡморон ауылындағы “Мәрхәмәт” ҡарттар йортонда булып ҡайтты. Күптән көтөп алынған ҡунаҡтары кеүек бик йылы ҡаршылайҙар беҙҙең ағинәйҙәрҙе. Йылы, бөхтә бүлмәләрҙе ҡарап сығып, бында йәшәүселәрҙең көнитмеше менән танышып, хәл-әхүәлдәрен һорашып алғас, барыһы ла ял итеү бүлмәһенә йыйыла. Ололарҙы сәләмләп, мөслимәләр ойошмаһы етәксеһе Әнисә Алсынова килеүҙәренең маҡсаты тураһында һөйләй, Яңы йыл байрамдары менән ихлас ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерә. Сараны дауам итеп, Шәфҡәт хәҙрәт ошонда йәшәүсе мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙән доға өмөт итеүсе әруахтары рухына бағышлап, был ололар йорто эшмәкәрлегенең дауамлы булыуын теләп, Ҡөрьән сүрәләрен уҡыны. Унан һуң мөслимәләр тарафынан әҙерләнгән бик матур концерт номерҙары иғлан ителде. Ҡатын-ҡыҙҙар башҡарыуындағы “Аллаға шөкөр”, “Дуҫтарға” тип аталған йырҙарҙы, замана таҡмаҡтарын бик яратып ҡабул итте тамашасылар. Тәнзилә Абдуллиннаның нәфис һүҙе лә барыһының да күңеленә хуш килде, ә инде бейеүсебеҙ Гөлзифа Вәлееваның өҙә баҫыуына хатта аяҡһыҙ ултырған инәй-олатайҙарыбыҙ ҙа бына-бына түңәрәккә төшөр төҫлө ине. Фәриғә Әбсәләмова, Гөлзифа Вәлеева, Яңылбикә Ҡашҡарова һәм Айҙар Алсыновтар башҡарыуындағы матур йырҙарға һәм гармун моңдарына ҡушылмай ултырыусы табылмағандыр. Йәмилә Байназарованың мөнәжәтен дә хисләнеп тыңланы йыйылыусылар. Кем белә ниндәй уй-тойғолар күңелен биләгәндер ошо минуттарҙа уларҙың, берәүҙәре яңғыҙлығына бошонһа, икенселәре ҡайҙалыр моңһоҙ ғына ғүмер итеүсе балаларын иҫләп, ҡайғырғандыр. Нисек кенә булмаһын, ололарҙы был ауыр уйҙарынан арындырыу өсөн бар тырышлығын һалды изге күңелле ағинәйҙәр. Боронғо халыҡ уйындарын да үткәрҙе улар, бергәләшеп “Өс таған” бейеүен дә бейеп алдылар, Рәшиҙә Вәлеева һәм Тәнзилә Абдуллиналар әҙерләгән викторина һорауҙарына ла ихласлап яуап бирҙеләр. Күңелле кисә һуңында, йола буйынса, яңы йыл бүләктәре, күстәнәстәр таратылды. Сабыйҙарса шатланып, рәхмәттәрен ҡат-ҡат әйтеп алдылар был бүләктәрҙе ололар. Күптәренең күҙҙәренә йәштәр төйөлдө. Шатлыҡ йәштәре ине улар бөгөн...
Ҡарттар йортона килгәндә инде, уның исеме есеменә тап килеп кенә тора төҫлө. Бүлмәләре яҡты, таҙа, йылы, иркен, заманса йыһазландырылған. Тренажер залы, бильярд уйнау бүлмәһе лә бар бында. Ашау-эсеү йәһәтенән дә зарланырлыҡ түгел. Көнөнә бер нисә тапҡыр ҡайнар аш. Их, бөтөн нәмәне тамаҡ туҡлығы менән генә үлсәп булһа икән! Аҡморон ҡарттар йортонда бөгөн 34 оло кеше йәшәй, 16-һы бөтөнләй атламай, ҡайһыларын коляска менән алып йөрөйҙәр. Ғөмүмән, яҡындары иғтибарынан мәхрүм ҡалған оло йәштәгеләргә өй мөхитен булдырыу өсөн бар тырышлығын һала бында эшләүсе хеҙмәткәрҙәр. Улар барыһы ла шул тиклем алсаҡ, ярҙамсыл, тәрбиәләнеүселәрен ярты һүҙҙән аңлап торалар икән. Шулай ҙа уйға батып, тәҙрә аша моңайып торғандарын йыш күрергә була бындағыларҙың. Бына ағинәйҙәребеҙ ҡайтырға йыйынғас та, күптәре күңелһеҙләнә төштө. Ишеккә тиклем оҙатып, тағы ла килегеҙ инде тип ҡул болғап ҡалды күптәре. Ауыр тойғолар менән хушлашты ағинәйҙәр был йорттан. Ә минең инде берәүҙең ҡарт атаһын соҡорға илтеп, кире боролғанда, улы атаһына, сананы алып ҡайтайыҡ, һине килтереп ташларға миңә лә кәрәк булыр, тигән фәһемле хикәйәте иҫкә төштө.
Хөрмәтле дуҫтар, яңы ғына башланып торған йылда бер-беребеҙгә, яҡындарыбыҙға ҡарата мәрхәмәтле булып өйрәнәйексе!
Зөбәржәт Һиҙиәтова.
Фото “Бәйләнештә” селтәренән алынды.
Читайте нас: