Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте

“Йылайыр һөтө” ЯСЙ-һы 2018 йылда халыҡтан, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарынан, Йылайыр районы һәм күрше ике райондың ауыл хужалығы предприятиеларынан һөт һатып алыу эшен уңышлы ғына алып барҙы. Шулай уҡ әҙер һөт продукцияһы менән балалар учреждениеларын һәм сауҙа нөктәләрен дә тәьмин итеүҙе лә дауам иттек.

Ауыл хужалығы тауар етештереүселәре араһында “Аҡҡужин И.С.”, “Бәхтиәров Н.Ғ.” һәм “Әптикова К.А.” крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп эшләй.
Халыҡтан һөт йыйыуҙа, һәр ваҡыттағыса, Яманһаҙ ауылынан Ф.И.Ҡәйепов беренсе урында килә. Ул Һултантимер һәм Яманһаҙ ауылдарын хеҙмәтләндерә. Икенсе урында – Суртанүҙәк ауылынан Н.У.Теләүкәев, өсөнсө урында – Һынташ ауылынан Р.С.Алсынова.
Һөт йыйыу эшендә Ҡашҡарҙан Рәйлә Ишутова, Сәләх ауылынан Рәмилә Рәмова, Матрай ауылынан Мәүлиҙә Сараевалар оҙаҡ йылдар инде яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеп эшләй. “Сапожников М.А” крәҫтиән (фермер) хужалығы һөттө үҙе лә етештерә, уны халыҡтан йыйыуҙы ла яҡшы ойошторған.
Х.МӘХМҮТОВ,
“Йылайыр һөтө” ЯСЙ-һы директоры.
Һүрәттә: “Йылайыр һөтө” ЯСЙ-һында оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткән лаборанттар Зөлфиә Яҡупова менән Зөлфиә Кәйепова.
В.Климов фотоһы.
Читайте нас: