Ауыл уттары
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Фельдшер ауылда табиптан да ҙурыраҡ кеше

Эйе, ауыл фельдшеры – ул табип урынында. Шулай булмай, ауылда ябай фельдшер әллә күпме кешене бер үҙе хеҙмәтләндерә. Ниндәй генә ауырыуҙар менән эш итмәй ул: кәрәк булһа, уколын да ҡаҙай, системаһын да ҡуя, диагноз ҡуйып, рецебын да яҙа. Тағы ла, яҙылмаған ҡанун буйынса, ауырыу төндә көсәйә. Шуға ла ауыл фельдшерына йыш ҡына төнгө урам буйлап йүгерергә лә тура килә.

Байғужа ауылы фельдшеры Римма Рәфҡәт ҡыҙы Байғужинаның аҙаҡҡы 31 йыл ғүмере тап шундай темпта үтә. Байғужа һәм Бикйән ауылдарынан 217 кешене хеҙмәтләндерә ул. Бөгөнгө көндә яңы тыуған дүрт сабый ҙа уның ҡарамағында.
– Әлдә дарыу менән тәьмин ителеш яҡшы. Былай булһа, ауырға тура килер ине. Байғужа ауылында фельдшер булып эшләгән дәүеремдә күпселек кеше йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, шәкәр диабеты, ревматизм һәм полиартрит кеүек сирҙәр менән мөрәжәғәт иткәндер, тием. Бынан тыш, киҫкен вируслы инфекция кеүек миҙгелле ауырыуҙар менән дә күп киләләр, – тип һөйләй Римма Рәфҡәт ҡыҙы.
1988 йылда Сибай медицина колледжын тамамлаған йәш белгес Римма йүнәлтмә буйынса беҙҙең районға эшкә килә. Байғужа ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунктында хеҙмәт юлын башлаған Римма шул ваҡыттан алып ал-ял белмәй эшләй. Хатта йәйге отпускы ваҡытында ла уны алмаштырырлыҡ кеше юҡ.
– Ауылдаштарымдың ҡайһы ваҡытта булһа ла килеп инеүенә һәм ярҙам һорауына күнеп-күнегеп бөткәнмен инде. Аллаға шөкөр, ирем мине аңлай, ярҙам итә. Ул булмаһа, фельдшер булып эшләй ҙә алмаҫ инем, биллаһи. Төн уртаһында ярҙам һорап киләләр икән, тәүҙә ирем Данилға мөрәжәғәт итәм. Ул, бер һүҙһеҙ аңлап, машинаһын тоҡандыра һала. Юғиһә ауылдың бер осонан икенсе осона йәйәүләп барып еткәнсе ҡәҙерле минуттар юғалыр ине...
Бөгөнгө ауыл фельдшерының эше бының менән генә сикләнмәй. Улар ҙа ҡағыҙ тултырыуҙан, бихисап отчет-тарҙан азат түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Римма Рәфҡәт ҡыҙы үҙ эшен белеп, яратып башҡара. Беренсе урынға ауылдаштарының һаулығын ҡуйып эш итергә күнеккән.
Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
Читайте нас: