Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Парлы типһен йөрәктәр!”

50 йыл – ул күпме? Ярты быуат, тиһәң – күп, 50 йыл, тиһәң аҙ һымаҡ. Ярты быуат эсендә ауылдар ҡалаға әйләнә, баш етмәҫлек әллә күпме яңы технологиялар уйлап табыла, тотош илдәрҙең тарихы үҙгәреп өлгөрә... Шул ярты быуат эсендә бәләкәй генә ауылда бар районды таң ҡалдырырлыҡ яңы династия барлыҡҡа килә. Һүҙем – Сәләх ауылынан Ҡорманғәле һәм Ғәлиә Таһировтар тураһында. Ҡорманғәле Әбделғәләм улы ла, Ғәлиә Кинйәғәле ҡыҙы ла – районыбыҙҙа ихтирам һәм хөрмәт ҡаҙанған кешеләр. Ғаилә башлығы ғүмерен совхоз эшенә бағышлаһа, хужабикә хаҡлы ялға киткәненсә ауыл клубын етәкләне. Тап улар, пар ҡанаттар булып, быйыл алтын туйҙарын билдәләйҙәр. Ошондай матур дата айҡанлы Таһировтар халыҡҡа ла байрам бүләк иттеләр: район мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә “Парлы типһен йөрәктәр!” тип исемләнгән театрлаштырылған концерт ҡуйҙылар.

Концерт Ҡорманғале Әбделғәләм улы менән Ғәлиә Кинйәғәле ҡыҙының шаулап-гөрләп үткән тормошона үҙенә күрә бер бәләкәй генә сәйәхәт кеүек ҡуйылды: шаршау асылғанда төп геройҙар өҫтәл артында йәшлек фотоһүрәттәрен ҡарап ултыралар һәм беҙҙе лә шул хәтирәләр донъяһына алып китәләр...
Бына сәхнәлә ярты быуат элек районыбыҙҙың Тиләк ауылының сая егете армиянан тура Сәләхкә, һөйгәне янына килеп төшөүе күренеше. Ә ике аҙнанан ҡыҙ ғаиләһенең ишеген яусылар ҙа ҡаға. Шулай итеп, үҫмер йылдарынан уҡ бер-береһен оҡшатып, яратып буй еткергән егет менән ҡыҙ сәстәрен сәскә бәйләй.
Ә бына йәш ғаиләнең иң ябай көндәренең береһен күрһәткән сәхнә күренеше: киномеханик Ғәлиә бөтә ауылдарҙа ла нисек итеп кино күрһәтеп өлгөрөргә, тип баш вата, Ҡорманғәле баҫыу эштәре тип яна... Бына Таһировтар, партия ҡушыуы буйынса, Бараҡалға, унан һуң Һабырға күсәләр. Унда ла дәрттәре ташып торған йәштәр эштәрен дауам итә: ғаилә башлығы сов-хозды күтәрә, уның һөйгәне ауылда мәҙәниәт тормошон яйлай. Ике ауылда ла өсәр ҡыш, икешәр йәй үткәргәндән һуң, ниһайәт, Таһировтар Сәләх ауылында ғүмерлеккә төпләнәләр...
Шулай итеп, Ғәлиә инәй үҙе ижад иткән шиғырҙарҙы уҡыуын, Ҡорманғәле олатай менән улы Тәлғәттең йырла-уын, ейәнсәрҙәре Уралияның шиғыр ятлауын, ейәндәре Арыҫлан һәм Арсендың бейеү-йырҙарын, килендәре Гөлназ һәм Зөлфирә, ҡыҙҙары Миңзифа һәм Зиләнең шаян бейеүҙәрен һәм ҡыҙыҡлы интермедияларын, саҡырылған ҡунаҡтарҙың номерҙарын һоҡланып ҡарай-ҡарай, Таһировтар үткән юлдар буйлап беҙ ҙә “атланыҡ”.
– Килеп сығырмы икән, тип ҡурҡа-ҡурҡа ғына килгәйнем. Кешеләрҙең килгәненә рәхмәт. Ошолай итеп, сәхнәгә өйрәтеп үҫтерәйек балаларыбыҙҙы. Бына беҙҙең бәләкәстәребеҙ ҙә сәхнәгә сыға башланылар. Ә ҡыҙҙарым менән килендәрем инде – торғаны бер әртистәр, – тип ҡыуанып бөтә алманы сараның биҙәге булған Ғәлиә инәй.
Концерт аҙағында район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе А.А. Сухов, Таһировтарҙы алтын туйҙары менән ҡотлап, уларға иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Тамашасылар ҙа юбиляр парҙы гөлләмәләр менән күмеп, күңелдәренә дәрт, йөрәктәренә дарман алып таралышты. Татыулыҡтарын, матурлыҡтарын эш менән иҫбатлаған Таһировтарға “Афарин!” тип кенә әйтергә ҡала.
З.МУСИНА.
Автор фотолары.
Читайте нас: