Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Туған тупраҡ тарта...

Суйынсы-Супан ауылына был минең тәүге сәйәхәтем. Яландарҙа күпереп йәшел үлән үҫкән, улар араһында һары, аҡ, күк сәскәләр күренә. Офоҡ менән бөҙрә ҡайынлы урмандар тоташа. Суйынсы-Супан ауылын дүрт яғынан ошондай матурлыҡ уратҡан. Тәү ҡарашҡа үтә бәләкәй ауыл да түгел кеүек (бәлки мин үҙем бер ярым урамлыҡ ауылдан булғанға, ҡалғандар ҙур күренәлер). Ауылға инеүемә, клуб янында кешеләр йыйылып, гөж киләләр ине. Суйынсы-Супанда “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы башланырға тора.

Суйынсы-Супан ауылына был минең тәүге сәйәхәтем. Яландарҙа күпереп йәшел үлән үҫкән, улар араһында һары, аҡ, күк сәскәләр күренә. Офоҡ менән бөҙрә ҡайынлы урмандар тоташа. Суйынсы-Супан ауылын дүрт яғынан ошондай матурлыҡ уратҡан. Тәү ҡарашҡа үтә бәләкәй ауыл да түгел кеүек (бәлки мин үҙем бер ярым урамлыҡ ауылдан булғанға, ҡалғандар ҙур күренәлер). Ауылға инеүемә, клуб янында кешеләр йыйылып, гөж киләләр ине. Суйынсы-Супанда “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы башланырға тора.
“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” был ауылда һуңғы тапҡыр 18 йыл элек булған. Шуғамы икән ҡасандыр бергә уйнап-көлөп, йырлап-бейеп, уҡып-шаярып, ут күрше булып йәшәгәндәрҙең бер-береһе менән осрашыуы үтә хисле булды. Ҡыуаныслы һүҙҙәр, хатта күҙ йәштәре менән ҡосаҡлашып-үбешеп күрешкәндәрҙе ситтән күҙәтеп, үҙең дә һиҙмәҫтән, улар менән бергә шатланып, йылмайып ҡуяһың. Бала саҡта айырылған бер туғандар тәү тапҡыр күрешәме ни, ауылдаштар шул хәтлем бер-береһен һағынғандар, аралашыуға һыуһағандар.
Татар халыҡ костюмы кейгән һылыу ҡыҙ ауыл клубына ингән ерҙә байрам сараһының ҡәҙерле ҡунаҡтарын Суйынса-Супан ерендә бешкән икмәк менән һыйлап ҡаршы алып торҙо. Туған ер икмәген ауыҙ иткәс, халыҡ әкренләп Бөйөк Ватан һуғышында, ил һаҡлап, яу ҡырында ҡалған ерҙәштәренә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалырға юл тотто. Был почетлы миссияны ауылдың абруйлы ағинәйҙәре башҡарҙы. Әруахтар рухына бағышланған доғаларын ҡабатлай-ҡабатлай, матур гөлләмәләрҙе риза булып ҡабул итеүҙәрен теләй-теләй оҙаҡ ҡына һәйкәл янында баҫып торҙо улар. Бар тарафта ла байрамды тап ошо изге урында башлау бушҡа түгел ул: беҙгә тыныс күк йөҙө, бәхетле ысынбарлыҡ һәм өмөтлө киләсәк бүләк иткән яу батырҙары тураһында хәтер мәңгелек. Суйынсы-Супандар улар алдында баш эйҙеләр, дан йырланылар.
Артабан килгән ҡунаҡтар һәм ауылда йәшәүселәр матур биҙәлгән яланға ағылды. Унда халыҡты махсус төҙөлгән ыҡсым ғына сәхнәлә сараның төп ойоштороусыларының береһе, шулай уҡ алып барыусы ла Лилиә Ғәбитова ихлас ҡаршы алды. Байрамдың иң сағыу өлөшө – концерт башланды. Район мәҙәниәт йортонан саҡырылған ҡунаҡтарҙан тыш, ауылдаштарын Лиана Ғәлимова, Лилиә Ғәбитова, Ғәзимә Ғәлимова дәртле татар һәм башҡорт халыҡ бейеүҙәре менән ҡыуандырҙы, Резеда Ғәлиева һәм Ғәзинур Ғәбитов йыйылыусыларҙы күркәм байрам менән ҡотлап, күрешеү шатлыҡтарын еткерҙеләр. Дмитриевка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әнис Ғәбитов та ҡотлауҙарға ҡушылды, Суйынса-Супандың өлгөлө йорттарын, иң таҙа урамдарын, уңған кешеләрен билдәләп, бүләктәр тапшырҙы, байрамды ойоштороуҙа ярҙам иткәндәргә, ауылды таҙалыҡта һәм бөхтәлектә тотҡандарға рәхмәт һүҙҙҙәрен еткерҙе. Район хакимиәте исеменән Суйынсы-Супан ауылы халҡын, ҡунаҡҡа ҡайтыусыларҙы район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Ф. А. Сарбаева сәләмләне. Флүрә Айҙар ҡыҙы был ауылдың төп байлығы – уның уңған, эшлекле, ҡунаҡсыл һәм шул уҡ ваҡытта тыйнаҡ кешеләре тураһында бик йылы һүҙҙәр әйтте, ауылдың заман менән бергә атлауын, район үҫешенә ҙур өлөш индереүен билдәләп үтте.
Ҡотлау, тәбрикләү һүҙҙәре әйтелгәндән һуң, йөрәккә ут, дарман һалған йыр-бейеүҙәрҙе ҡарағас, йыйылыусылар тәмле сәй эсергә, балалар ойошторолған уйындарҙа ҡатнашырға ялан буйлап таралыштылар. Әле бит уларға бер-береһенә күпме һүҙҙәр әйтергә, яңылыҡтар менән бүлешергә, йәшлек йырҙарын йырларға, алыҫ тороп ҡалған хәтирәләрҙе яңыртырға...
Ауыл халҡы менән матур. Суйынсы-Супанда бөгөн 35 йорт, 70 кеше йәшәй, 6 уҡыусы һәм 1 сабый бар. Шуға ҡарамаҫтан, был ауылда бөгөнгө көндә батыр йөрәкле, эштән ҡурҡмаған, унышар ат аҫраған, 6-7 һыйыр тотҡан, баҡса-баҡса картуф, йәшелсә үҫтергән халыҡ йәшәй. Шундай ғаиләләр йәшәгән ерҙе нисек матур тип әйтмәҫкә? Ә улар үткәргән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы икеләтә һоҡландырғыс һәм айырыуса йылы, күңелле килеп сыҡты. Әсәй-атай көткән, ғәмһеҙ баласаҡ ҡалған, хыял-ҡанат ҡуйған туған ауылдарыбыҙ, Суйынсы-Супандай, һәр кемде һағындырып, талпындырып, саҡырып, ҡаршылап торһон ине!
З. Мусина.
Читайте нас: